Nothing Special   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Ғинуар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғинуар (Һыуығай) битенән йүнәлтелде)
ғинуар
Дш Шш Шр Кс Йм Шб Йш
1 2 3 4 5 6 7
8 9 10 11 12 13 14
15 16 17 18 19 20 21
22 23 24 25 26 27 28
29 30 31        
2024 йыл

Һыуығай, ғинуар (лат. Januarius[1], Jānuārius mēnsis «Янус айы») — юлиан һәм григориан календарҙарында йылдың беренсе айы. 31 көндән тора.

Һыуығай атамаһы һыуыҡ+ай һүҙҙәренән төҙөлгән. Башҡорт халҡы был айҙы һыуыҡ тип атай, сөнки Башҡортостанда һыуығай иң һыуыҡ ай булып тора.

Байрамдар, тантаналар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 11 ғинуар — Ҡурсаулыҡтар көнө.
  • 12 ғинуар — Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө.
  • 13 ғинуар — Рәсәй Матбуғаты көнө.
  • 21 ғинуар — Рәсәй Федерацияһы Инженер ғәскәрҙәре көнө.
  • 25 ғинуар — Рәсәй студенттары көнө.

Ислам тәҡүимендәге календарь йылы григориан календарындағынан яҡынса 10 (йәки 11) тәүлеккә ҡыҫҡараҡ. Шуға айҙар тап килмәй. Ләкин мосолман тәҡүимендә айҙарҙың һаны шулай уҡ 12-гә тигеҙ. Һижри тәҡүименең беренсе айы — Мөхәррәм айы.

Ошо айҙың туғыҙынсы һәм унынсы көнөндә (йәки тик унынсы көндә генә) мосолмандар Ғәшүрә көнөндә ураҙа тоторға тейеш. Был көндө Аллаһ Муса пәйғәмбәрҙе һәм бәнү Исраилде Фирғәүен ғәскәренән ҡотҡарҙы.

Һыуығай айындағы Белорет ҡалаһы, 2024 йыл
  • 1 — Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, 13 тапҡыр Параолимпия чемпионы Рима Баталова (1964).
  • 2 — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Марсель Сәлимова (1949).
  • 4 — ғалим, мәғрифәтсе Ризаитдин ибн Фәхретдин (1859—1936).
  • 4 — дәүләт эшмәкәре Рим Баҡыев (1939).
  • 5 — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Сәүиә Сираева (1934).
  • 5 — иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһы академигы Хәлил Барлыбаев (1944).
  • 6 — башҡорт композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Хөсәйен Әхмәтов (1914—1993).
  • 6 — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вәзих Сәйфуллин (1929—2002).
  • 8 — ҡурайсы, фольклорсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов (1954).
  • 10 — шағир Сабит Суфиянов (ӘБҮС) (1904—1964).
  • 10 — ғалим, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор Раил Кузеев (1929—2005).
  • 16 — яҙыусы Ғәли Ибраһимов (1919—1989).
  • 19 — шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Баязит Бикбай (1909—1968).
  • 22 — техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй тау фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы Эрнст Юлбарисов (1939).
  • 25 — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Зәки Мәхмүтов (1934—2008)
  1. Январь // Большая энциклопедия: 22 томда (20 т. һәм 2 өҫтәмә т.) / С. Н. Южаков редакцияһында.