Сантьяго
Ҡала | |||||
Сантьяго исп. Santiago de Chile | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Өлкә | |||||
Координаталар | |||||
Эске бүленеш |
37 район | ||||
Башлыҡ | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Майҙаны |
641,4 км² | ||||
Бейеклеге |
520 м | ||||
Халҡы |
5 428 590 кеше (2002) | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
56 2 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Сантья́го (йәки Сантьяго-де-Чили, исп. Santiago de Chile) — Чилиҙың баш ҡалаһы. Сантьяго өлкәһенең һәм шулай уҡ шул исемдәге провинцияның административ үҙәге.
Халыҡ һаны — 5,4 млн кеше (2002), йәки илдең 36 % халҡы. Көньяҡ Американың иң ҙур ҡалаларының береһе.
Диңгеҙ кимәленән 540 метр бейеклектәге Анд итәгенең тау-ара соҡоронда урынлашҡан. Ҡаланың ултырған урыны ер тетрәүенә бирешеүсән.
1541 йылда испан конкистадоры Педро де Валдивиа ҡалаға нигеҙ һала.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Быға тиклем, хәҙерге ҡаланың урынында Инк ҡәбиләләре йәшәгән була. 1540 йылдың декаберендә Мапочо йылғаһының үҙәненә Перунан Педро де Валдивиа етәкселегендә испан конкистадорҙары килә. 1541 йылдың 12 февралендә Сантьяго-де-Нуэва исемендәге ҡалаға нигеҙ һалына. Уның төҙөлөшөн Педро де Гамбоаға тапшыралар. Һәм ул ҡаланың урамдарын грид системаһы буйынса проектлай.
Бер нисә айҙан һуң Педро де Валдивиа Араукан һуғышына китергә мәжбүр була. Ә 1541 йылдың 11 сентяберендә индейҙар Сантьяго ҡалаһын бөлгөнлөккә төшөрәләр.
1561 йылда Сантьяго кафедраль соборы төҙөлә. 1618 йылда изге Франциско сиркәүе төҙөлә. Ҡала 1575 йылда ер тетрәүен, 1590 йылда — сәсәк киҙеүен һәм 1608 һәм 1618 йылдарҙа Мапочо йылғаһының һыу баҫыуын кисерә. 1647 йылдағы ер тетрәүе 600 кешенең ғүмерен алып китә. 1798 йылда Мапочо йылғаһы аша таш күпере асыла.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сантьяго Чилиҙың урта өлөшөндәге Мапочо йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тымыҡ океанға хәтлем 1060 саҡрым (1000 км) тирәһе. Ҡаланың майҙаны оҙонға — төньяҡтан көньяҡҡа 85 саҡрым (80 км) һәм көнбайыштан көнсығышҡа 37 саҡрым (35 км). Майҙаны — 750 км² (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 600 км²).
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 450—900 метр.
Һүрәт теҙмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Энтель» телевизион башняһы | Гран-Торре-Сантьяго (300 м) | Президент һарайы (Ла-Монеда) | Кафедраль собор |