Nothing Special   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Литр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бер литр һәр ҡыры 10 см-ға тигеҙ булған куб күләменә тигеҙ.
1 литр һыу = 1 кг (4 °C булғанда)

Литр (л, l, L, ℓ) — күләм үлсәү берәмеге. Литр сәғәт, тәүлек кеүек берәмектәр менән бергә Үлсәү системаһы (СИ) берәмеге түгел, шулай ҙа Үлсәү системаһындағы (СИ) башҡа берәмектәр менән ҡулланырға була. Үлсәү системаһындағы (СИ) стандарт күләм үлсәү берәмеге — куб метр (м³).[1]

1 литр 1 кубик дицеметрға тигеҙ: 1 л = 1 дм³.

Был аныҡлау 1964 йылда Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 12-се Генераль конференцияла ҡабул ителә.

Быға тиклем, 1901 йылғы Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 3-сө Генераль конференция ҡарары нигеҙендә, литр нормаль атмосфера баҫымында (760 мм терекөмөш бағанаһы) һәм температурала 1 кг һыуҙың күләме тип билдәләнә. Шулай итеп, 1,000028 дм³ 1 литр тип ҡабул ителгән.

Һүҙҙең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Литр» һүҙе француз күләм үлсәү берәмеге, 0,831018 литрға тигеҙ булған, «литрон» (фр. litron) һүҙенән килеп сыҡҡан. Ә «литрон» һүҙе грек-латин телендәге «litra» һүҙенән килеп сыҡҡан. Боронғо грек колонияларында, бигерәк тә Сицилияла, литр тип көмөш (һәм уға бәрәбәр ауырлыҡтағы) аҡсаны атағандар.

Рәсәйҙә литр бәләкәй «л» хәрефе менән билдәләнә[2]. Ошо уҡ тамға Белоруссия, Украина, Ҡаҙағстан һәм Монголияла ҡулланыла. 1990 йылдарға тиклем Болгарияла ҡулланылды (1994 йылда үлсәү берәмектәре латин хәрефтәренә алыштырылһа ла рәсми булмаған рәүештә кирилл хәрефтәре ҡулланыла).

Тәүҙәрәк Халыҡ-ара үлсәү системаһындаСИ литрҙы тамғалау өсөн бәләкәй l хәрефен ҡулланғандар. Был ғалим исеменән барлыҡҡа килгән үлсәү берәмектәрен ҙур хәреф менән яҙырға тигән килешеүгә яраҡлы булған. l бәләкәй латин хәрефен «1» цифраһы менән бутарға мөмкин булған, был буталыш медицина вәкилдәре араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Төрлө илдәрҙең метеролигия ойошмалары литрҙы ҙур хәреф менән (L) яҙыуҙы раҫларҡа тырышып ҡарай. Шул туралы бер тарихи ваҡиға бар.Канаданың Ватерлоо университеты хеҙмәткәре Кеннет Вулнер Клод Эмиль Жан-Батист Литр исемле мифик ғалимды уйлап сығара һәм шул ғалим исеме менән литрҙы ҙур хәреф менән яҙырға ирешеп ҡарай. Мәҡәлә 1978 йылда университеттың «Chem13 News» журналында донъя күрә[3]. Көлкө көнөнә арналған мәҡәләллә француз ғалимы Клод Литрҙың (1716—1778) биографияһы ентекләп яҙыла.

Шаярып яҙылған мәҡәлә булыуға ҡарамаҫтан мәҡәләне Халаҡ-ара теоретик һәм ғәмәли химия союзының (UPAC) «Chemistry International»журналы күсереп яҙа. Киләһе һанында хата тураһында белдереү яһай[4]. Был ваҡиғанан һуң 1979 йылда үлсәмдәр һәм ауырлыҡтар буйынса XVI Генераль ассамблея литр өсөн ике тамға ҡулланыуҙы рәхсәт итә: бәләкәй хәреф l һәм ҙур хәреф L[5]. АҠШ-тың Стандарттар һәм технологиялар буйынса институты литрҙы билдәләү өсөн тик L символын ҡулланырға тәҡдим итә[6], был алым Канада һәм Австрияла киң ҡулланыла.

Башҡа үлсәүҙәр менән сағыштырыу һәм ҡабатлылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Метрик берәмектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә, литрҙың сығарылмалары ҡулланыла — миллилитр (мл, ml), декалитр (дал, dal), шулай уҡ метрик берәмектәр — куб метр һ.б.

Ҡабатлы берәмектәр Исеме Символ Эквивалент күләм Өлөшлө берәмектәр Исеме Символ Эквивалент күләм
100 L литр l (ℓ) L dm3 куб дециметр    
101 L декалитр (дал) dal daL 101 dm3 10 куб дециметр 10−1 L децилитр dl dL 102 cm3 100 куб сантиметр
102 L гектолитр hl (ГЛ) hL 102 dm3 100 куб дециметр 10−2 L сантилитр cl cL 101 cm3 10 куб сантиметр
103 L килолитр (куб метр) kl kL m3 куб метр 10−3 L миллилитр ml mL cm3 куб сантиметр
106 L мегалитр Ml ML dam3 куб декаметр 10−6 L микролитр µl µL mm3 куб миллиметр
109 L гигалитр Gl GL hm3 куб гектоометр 10−9 L нанолитр nl nL 106 µm3 миллион куб микрометр
1012 L тералитр Tl TL km3 куб километр 10−12 L пиколитр pl pL 103 µm3 мең куб микрометр
1015 L петалитр Pl PL 103 km3 мең куб километр 10−15 L фемтолитр fl fL µm3 куб микрометр
1018 L экзалитр El EL 106 km3 миллион куб километр 10−18 L аттолитр al aL 106 nm3 миллион куб нанометр
1021 L зетталитр Zl ZL Mm3 куб мегаметр 10−21 L зептолитр zl zL 103 nm3 мең куб нанометр
1024 L йотталитр Yl YL 103 Mm3 мең куб мегаметр 10−24 L йоктолитр yl yL nm3 куб нанометр

Метрик булмаған берәмектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Метрик
Яҡынса ҡиммәте
Метрик булмаған
Үлсәү системаһы
Метрик булмаған
Метрик эквивалент
1 л ≈ 0.87987699 кварта Инглиз 1 кварта ≡ 1,1365225 л
1 л ≈ 1.056688 кварта амер. Америка 1 кварта амер. ≡ 0,946352946 л
1 л ≈ 1.75975326 пинта Инглиз 1 пинта ≡ 0,56826125 л
1 л ≈ 2.11337641 пинта амер. Америка 1 пинта амер. ≡ 0,473176473 л
1 л ≈ 0.21997 галлон Инглиз 1 галлон ≡ 4,54609 л
1 л ≈ 0,2642 галлон Америка 1 галлон ≡ 3,785 л
1 л ≈ 0.0353146667 куб фут   1 куб фут ≡ 28,316846592 л
1 л ≈ 61.0237441 куб дюйм   1 куб дюйм ≡ 0,01638706 л
1 л ≈ 33.8140 унция амер. Америка 1 унция амер. ≡ 29,5735295625 мл
1 л ≈ 35.1950 унция Инглиз 1 унция ≡ 28,4130625 мл