3 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
3 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
3 октябрь Викимилектә |
3 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 276-сы көнө (кәбисә йылында 277-се). Йыл аҙағына тиклем 89 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Австралия: Хеҙмәт көнө.
- АҠШ: Балалар һаулығы көнө.
- Германия: Берҙәмлек көнө.
- Ираҡ: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Корея республикаһы: Дәүләт көнө.
- АҠШ: Технарҙар (техника менән эш итеүселәр) көнө.
- Гондурас: Һалдаттар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: ОМОН көнө.
- 1828: Рәсәй Империяһы һәм Бразилия араһында дипломатик бәйләнеш булдырыла.
- 1924: СССР-ҙа «Учительская газета»ның беренсе һаны донъя күрә.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Павлюкович Владимир Петрович (1950), хеҙмәт ветераны, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1988—1999 йылдарҙа Әбйәлил район ремонт-техник предприятиеһы директоры, 1999—2009 йылдарҙа Әбйәлил район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почётлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан.
- Тарасов Сергей Александрович (1950), дзюдо буйынса тренер. 1974—2005 йылдарҙа «Юлдаш» физик культура йортонда уҡытыусы-тренер, бер үк ваҡытта 1992 йылдан «Луч» спорт-реабилитация үҙәге, 1995—2001 йылдарҙа Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы тренеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кальницкий Дмитрий Иванович (1926—14.06.2017), хужалыҡ эшмәкәре, инженер-технолог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1968 йылдан Спирттар заводы директоры, 1975—1983 йылдарҙа берекмәнең генераль директоры урынбаҫары. Дүрт саҡырылыш (1969—1975) Салауат ҡала Советы депутаты; II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры, ҡаланың почётлы гражданы (2015). Сығышы менән хәҙерге Белгород өлкәһенең Яңы Оскол районы Оло Ивановка ауылынан.
- Шарнин Иван Фёдорович (1931—16.01.2017), хеҙмәт алдынғыһы, рационализатор. 1951—1998 йылдарҙа «Салауатнефтемаш» берекмәһенең иретеп йәбештереүсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе, Ленин ордены кавалеры, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Андреевка ауылынан.
тулы исемлек
- Константинова Ираида Андреевна (1961), педагог. Күмертау ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Токарев Евлампий Тимофеевич (1912—1995), механизатор, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945-1955 йылдарҙа Кушнаренко районы «Восход» совхозы механизаторы, 1955-1954 йылдарҙа «Заветы Ильича» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Ленин (1949, 1951, 1954) һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Кувыков ауылынан.
- Миңгәрәев Рәфхәт Шаһимәрҙән улы (1917—24.10.1990), ғалим-инженер-нефтсе, дәүләт хеҙмәткәре. 1965 йылдан СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары; 1974—1984 йылдарҙа Нефть һәм газ сәнәғәтен ойоштороу, уға идара итеү һәм иҡтисадының Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институты (ВНИИОЭНГ) директоры. Техник фәндәр кандидаты (1970). Ленин премияһы лауреаты. Ленин, дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Дәүләкән ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Байков Әнүәр Мәүлит улы (1927—15.11.1996), ғалим-инженер-нефтсе, уйлап табыусы. 1960—1988 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең техник бүлек начальнигы. Техник фәндәр кандидаты (1970). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1959). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Ямаҡай ауылынан.
- Хәйруллин Мәсғүт Нурмый улы (1932), инженер. 1965 йылдан «Сельхозтехника»ның Дүртөйлө район берекмәһе идарасыһы, 1986—1996 йылдарҙа район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары — механизациялау бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Дүртөйлө районының почётлы гражданы (2017). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Балтас ауылынан.
- Золотухин Николай Константинович (1942), нефтсе-геолог. 1967—2005 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы геологы, өлкән геологы һәм әйҙәүсе геологы. Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (1996) һәм яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районынан.
- Ханбиков Фәрит Мансур улы (1952), төҙөүсе. 1977 йылдан «Башнефтезаводстрой» тресының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997—2006 йылдарҙа — генераль директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Үрге Аташ ауылынан.
- Ғималова Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы (1957), ғалим-химик-органик. 1979 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан — өлкән, 2008 йылдан төп ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2007), профессор (2010).
- Брагин Николай Александрович (1962), хәрби һәм муниципаль хеҙмәткәр. Рязань өлкәһе губернаторы һәм хөкүмәте аппаратының йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы начальнигы. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лилиә Һаҡмар (Ҡәйепова Лилиә Зәйнулла ҡыҙы; (1962), шағир, драматург, тәржемәсе һәм журналист. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт Википедияһы ирекмәне.
- Мәмәтказин Кәмил Кәрим улы (1962), инженер-механик, транспортсы, йәмәғәтсе. 2004—2010 йылдарҙа «Башавтотранс» берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм Рәсәйҙең почётлы транспорт хеҙмәткәре.
- Яҡупов Ирек Йыһанур улы (1962), комсомол, хужалыҡ һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1984 йылдан ВЛКСМ-дың Мәсетле район комитеты инструкторы, икенсе һәм беренсе секретары; 1990—1993 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең эштәр идарасыһы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылынан.
- Сологуб Наталья Александровна (1977), балет артисы. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1998 йылдан — Санкт-Петербургтағы Мариин театры, 2006 йылдан — Германияның Дрезден ҡалаһы опера һәм балет театрының балет труппаһы солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997). Лозанна (Швейцария, 1995) һәм Мәскәү (1997) ҡалаларында үткән халыҡ-ара конкурстар дипломанты. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында «Алтын битлек» Милли театр фестивале премияһы лауреаты (Мәскәү, 2002, 2004). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғабдрахманов Рәйес Бикмөхәмәт улы (1918—7.03.1988), журналист, яҙыусы. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Әминов Лерон Хәлит улы (1933), инженер, сәнәғәт өлкәһе, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1959 йылдан Салауат машиналар эшләү заводының яуаплы хеҙмәткәре, 1964 йылдан КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы, 1964 йылдан сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире, 1968 йылдан — икенсе секретары, 1970 йылдан ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе, 1972—1976 йылдарҙа — КПСС-тың ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе (1971—1975) һәм туғыҙынсы (1975—1979) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1983) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе.
- Хәйруллин Ринат Мәсғүт улы (1958), инженер, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1981 йылдан Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозының машина-трактор оҫтаханаһы мөдире, 1983 йылдан «Маяҡ» колхозының баш инженеры; 1987 йылдан КПСС район комитеты инструкторы, БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоздың партком секретары; 1992 йылдан район хакимиәтенең мөлкәт менән идара итеү комитеты рәйесе, 1994 йылдан район хакимиәте башлығы урынбаҫары, беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; 2008 йылдан Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры; 2010—2019 йылдарҙа — район хакимиәте башлығы. Рәсәйҙең (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Байыш ауылынан.
- Мурясова Әлфиә Әхәт ҡыҙы (1988), спортсы, еңел атлет. Рәсәйҙең спорт мастеры (2009).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Добротворский Пётр Иванович (1839—17.01.1908), Рәсәй империяһы яҙыусыһы, юрист. 1863 йылдан Бөрө, 1865 йылдан — Бәләбәй өйәҙендә мировой аралашсы, 1877—1983 йылдарҙа Өфө өйәҙендә мировой судья. Матбуғатта башҡорт ерҙәрен талауға ҡаршы баҫылған мәҡәләләр авторы. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск ҡалаһынан, 1861 йылдан ғүмеренең аҙағынаса Башҡортостанда йәшәй.
- Бобкова Евгения Владимировна (1934—01.2012), ғалим-микробиолог. 1965—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1967—2007 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978 йылдан — лаборатория мөдире. Медицина фәндәре докторы (1992), профессор. (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғарифуллин Радик Зөфәр улы (1959), рәссам, хәҙерге һынлы сәнғәттең концептуаль йүнәлеше вәкиле. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Емелин Анатолий Анатольевич (1964), хоккейсы, тренер. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1996).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1824: Иван Никитин, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1837: Пётр Лесгафт, педагог, анатом, Рәсәй империяһында физик культураға фәнни нигеҙ һалыусы.
тулы исемлек
- 1873: Вячеслав Шишков, рус яҙыусыһы («Угрюм-река», «Емельян Пугачев»).
- 1883: Ида Рубинштейн, балерина.
- 1895: Сергей Есенин, рус совет шағиры.
- 1919: Эдуардас Межелайтис, совет шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- 1935: Армен Джигарханян, совет театр һәм кино актёры.
- 1964: Вадим Самойлов, музыкант, «Агата Кристи» рок-төркөмө ҡатнашыусыһы.
- 1981: Златан Ибрагимович, швед футболсыһы.