Nothing Special   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Һабан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорттарҙа ағас һабан. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл.
Немец крәҫтиәне һабан менән ер һөрә.

Һабан — ер һөрә торған ауыл хужалығы ҡоралы. Ер һөрөү өсөн һабанды баштараҡ кешеләр үҙҙәре тартҡан, һүңыраҡ үгеҙ, ат егеп башҡарғандар. Хәҙерге ваҡытта иҡтисади үҫешкән илдәрҙә ерҙе трактор һөрә.

Ер һөрөүҙең беренсе маҡсаты — ерҙең өҫкө ҡатламан әйләндереү. Ер һөрөү сүп үләндәрен кәметә, тупраҡты йомшаҡ һәм уңдырышлы итә, сәсеү эшен еңелләштерә.

Һабанлы трактор

Ауыл хужалығы яңы барлыҡҡа килгән осорҙа ерҙе тәпке менән йомшартҡандар. Мәҫәлән, Нил буйында яҙғы ташҡын йыл да уңдырышлы тупраҡ алып килгән. Игенселек өсөн нәҡ ошо өҫкө ҡатламдағы үңдырышлы тупраҡ файҙаланылған. Уңдырышһыҙ төбәктәрҙә аҫҡы ҡатламдағы тупраҡты өҫкә күтәреү кәрәклеге килеп тыуған, һәм нәҡ шуның өсөн һабан ҡулланғандар.

Вавилон һәм Боронғо Мысырҙағы б.э.т. 2 меңенсе йылғы рәсемдәр һаҡланған. Ҡытайҙа һабан б.э.т 1 мең йыллыҡта билдәле булған.

1730 йылда Джозеф Фольямбе (Joseph Foljambe) эшләгән «Роттердам һабаны» беренсе коммерция маҡсатында эшләнгән һабан тип иҫәпләнә.

Билдәле булыуынса, борондан кешеләр ер эшкәртеү ҡоралдарына оло ихтирам менән ҡараған. Урта быуаттарҙа һабан урлау ауыр енәйәт тип һаналған һәм ҡараҡты тәгәрмәс менән язалағандар. Һабан залогҡа һалынмаған. Һабан артына баҫҡан кеше, эшкә яраҡлы оло кеше тип һаналған[1].

Н.M. Шанскийҙың рус теленең этимологик һүҙлегендәге аңлатма: урыҫса «һабан-плуг» һуҡа менән сағыштырғанда «плыть-йөҙөүгә» яҡыная: «йөҙөүсе»[2].

М. Р. Васмер һүҙҙең килеп сығышына түбәндәге аңлатма бирә: "Укр. Һабан-плуг, боронғо рус телендә плугъ («Повесть временных лет» 981 й.), серб.-сиркәү слав. плугъ, болғар. плуг, сербохорв. плу̏г, словен. plùg, род. п. plúga, чеш. pluh, plouh, слвц. pluh, польск. pɫug, в.-луж. pɫuh, н.-луж. pɫug, полаб. pläug Заимств. из д.-в.-н. pfluog «плуг», др.-исл. plógr, англос. plóg, рflеgеn «ухаживать тәрбиәләү», Рflосk «колышек- „ҡаҙыҡтар“»"[3].

Сәнәғәткә тиклемге дәүер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Древние египтяне, изображение в книге 1878 года издания
Распашка с использованием плуга и волов. Миниатюра поэмы «God Spede ye Plough», относящаяся к началу XVI века. Британский музей
Лев Николаевич Толстой һуҡа менән ер һөрә, икенсе егелгән ат ағас тешле тырма менән тырмата. И. Е. Репин, 1887

Һабанға тиклем башҡа ер һөрөү ҡоралдары ла ҡулланылған, мәҫәлән, кәтмән, рало, һуҡа һ.б.[4]. Тәүге һабандар беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта барлыҡҡа килә[5] һәм бик ябай ҡоролмалы була. Тупраҡтың өҫкө ҡатламы буйлап һөйрәп алып кителгән вертикаль беркетелгән ағас киҫәген тотоп торған каркас (һыҙғыртҡыс) була. Төрәне лә, тәртәһе лә бер ағас киҫәгенән яһалған, быны, мәҫәлән, Сиракуз бронза тәңкәһе дәлилләй[6]. Һабан алғы яғына киң тимер төрән (дөрән), унан юғарыраҡ ҡыялатып ағас кәҫтаҡта (ҡанат, таҡта, шабала) беркетелгән һабанбаштан торған. Һабанбаш тәгәрмәсле һабандың алғы яғы менән бысаҡҡа оҡшаш шырт ҡуйылған уҡ (уҡлау) ярҙамында тоташтырылған[7].

Боронғо һабан формалары беҙгә Вавилон һәм боронғо Мысыр һүрәттәренән, Төньяҡ Италияла һәм Көньяҡ Швецияла (беҙҙең эраға тиклем икенсе мең йыллыҡҡа ҡараған) ҡая һүрәттәренән, шулай уҡ Польшаның торфлы ерҙәрендә боронғо һабандарҙы табыуҙарынан билдәле. Б.э.т. беренсе мең йыллыҡтан алдараҡ һабан Ҡытайҙа билдәле булған. Ҡытай иероглифының 犁 һабан тураһында иң боронғо иҫкә алыуҙарҙың береһе Гуан-Цзыла (ч. 5 Чэньма)[8].

Боронғо римлеләр уйлап сығарған классик һабан һуҡанан айырыла. Һуҡанан айырмалы рәүештә, ундай һабандар тәгәрмәсле һәм металл осло була[9]. Бындай һабан бураҙнаның тәрәнлеген көйләргә һәм ерҙе ян-яҡҡа ырғытырға мөмкинлек бирә[10]. Римлеләрҙән һабан немецтарға күсә (нем. Pflug, Ингл. Плуг, швед. Плог), һәм уларҙан славяндарға[sygang 1403 kһәtelmәgən]. «Повесть временных лет» яҙмаһында 981 йылда вятичиҙарҙың һабаны телгә алына.

Иң башта кәҫтаҡталар ағастан оҙон дүртмөйөш рәүешендә эшләнгән. Улар алдан һабанбашҡа, арттан табанға һәм һабандың тотҡаһына ағас йәкм тимер менән беркетелгәндәр. Ер ағасҡа металға ҡарағанда нығыраҡ һылаша, һуңыраҡ суйын йәки тимер кәҫтаҡталар эшләй башлайҙар. Урыны менән ҡабарынҡы, урыны менән бөгөлгән — винтҡа оҡшаған форма бирелә[6].

1730 йылда Англияның Ротерем ҡалаһында Джозеф Фольджамбе тарафынан тимер ҡулланып эшләнгән "Роттерем плуг"ын беренсе уңышлы коммерция һабаны, тип һанарға мөмкин.

XIII—XX быуаттарҙа Рәсәйҙә һабан төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сибирский сабан («колесуха») конца XIX века

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, X быуаттан[11], традицион «бөйөк рус» һабаны, ә һуңғараҡ бер кәҫтаҡталы «косуля» киң таралған[12][13]. Уны яйлап XIX—XX быуаттарҙа тимер һабан менән алмаштырыла[14]. Волга буйында Урал һәм Себерҙең күпселек райондарында тәгәрмәсле һабандар төрө, шулай уҡ уларға оҡшаш бәләкәй ағас төрәнле һәм һабан-«колесуха» киң таралған булған[15][16].

Сәнәғәт революцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Различные плуги конца XIX — начала XX века. Энциклопедия Брокгауза и Эфрона
Двухкорпусный плуг на лошадиной (конной) тяге
Вспашка земли однокорпусным конным плугом на огороде в центральной части России

Ҡорос һабандар сәнәғәт революцияһы осоронда барлыҡҡа килә. Улар тимерҙән йәки ағастан эшләнгәндәрҙән еңелерәк һәм нығыраҡ була. Беренсе ҡорос һабан 1830-сы йылдарҙа америка тимерсеһе Джон Дир тарафынан уйлап табыла. Ул ваҡытҡа хайуандарға беркетелгән тәртә шундай итеп ҡулайлаштырылған, һабандың алғы тәгәрмәсе ер буйлап тәгәрәп барған. Тәүге ҡорос һабандарҙы йәйәүле һөйрәгән. Һабансы, ике тотҡаһына тотоноп, һабан артынан эйәреп йөрөй, йүнәлеште һәм бураҙнаның тәрәнлеген көйләй. Шулай уҡ ул йыш ҡына арттан һабан тартҡан хайуандар хәрәкәтенә етәкселек иткән. Һуңыраҡ һабан менән идара итеүсегә тәгәрмәстәр өҫтөндә махсус урындыҡ эшләнгән һәм бер нисә төрәнле һабандар барлыҡҡа килгән.

Бер ат, ғәҙәттә, таҙа һәм йомшаҡ ерҙә бер бураҙна яһар өсөн бер генә һабанды тарта ала. Ауырыраҡ тупраҡ эшкәртеү өсөн ике ат кәрәк була, уларҙың береһе бураҙна буйлап, икенсеһе эшкәртелмәгән ерҙән йөрөй. Ике йәки унан да күберәк бураҙна яһаусы һабандар өсөн бер ат ҡына етмәй, уға эйәреп бер нисә ат һөрөлмәгән ерҙән йөрөй, хатта был уларға бик ауыр бирелә. Ғәҙәттә, бындай аттарға ярты сәғәт һайын ун минутлыҡ ял бирелә.

Пар тракторы барлыҡҡа килеү менән уны ер һөрөү өсөн ҡулланырға мөмкин була. Европала тәгәрмәстәрҙәге баланслы һабандар сым арҡандар (тапшырыу сараһы булараҡ) һуҙылғандар. Улар менән инглиз инженеры Джон Фоулерҙың пар двигалдәре идара итә. Төньяҡ Америкала тигеҙлектәрҙең ҡаты тупрағын эшкәртеү өсөн ҙур пар двигателдәрен ҡулланыу мөмкин була. Ун пар машинаһы бер ҙур һабанды тарта алған, был тәүлегенә йөҙҙәрсә сутый ер һөрөргә мөмкинлек бирә. Бындай ҙур һабандарҙы тик пар машиналары ғына хәрәкәткә килтерә ала. Бензин двигателдәре барлыҡҡа килә. Уларҙың тартыу көсө пар тартыу көсөнән күпкә ҡалыш була.

Австралияла 1870-се йылдарҙа йөҙөм баҡсалары өсөн ерҙе һөрөү өсөн махсус һабан уйлап табыла, ул «Стамп Джамп» тип атала. Уның ҡулайламаһы һабан төрәненә эвкалипт ағастарының өҫкә сығып торған тубырсыҡлы оҙон тамырҙары аша һикереп үтергә мөмкинлек бирә. Был һабан ярҙамында Макларен үҙәнендәге тәүге күскенселәр төбәктең иң боронғо виноград баҡсаларын эшкәртәләр[17].

Һуңыраҡ барлыҡҡа килгән ябайыраҡ системала бөгөлгән диск ҡулланыла. Ул ҙур мөйөш менән хәрәкәт йүнәлешенә ҡарата ҡуйыла. Бөгөнкө өҫтө, әгәр уның аҫтына ҡаты берәй нәмә төшмәһә, дискыны ерҙә тота. Һабан ағас тамырына йәки ташҡа эләкһә, төрән уны аша һикерә, был һабанды ватылыуҙан һаҡлай.

XX быуат башында шулай уҡ 3 принцип нигеҙендә электр һабандары эшләнә[18]:: электр тартыу көсө менән арҡанлы һабандар, электромоторлаштырылған һабандар һәм электртрактор агрегатлы һабандар.

XIX быуаттың ҡул һабаны деталдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ручной плуг XIX века

Һабандың төп өлөштәре (уң яҡтағы һүрәт) түбәндәге эштәрҙе башҡара. Бысаҡ (а) — вертикаль яҫылыҡтағы ҡатламды киҫеп ала. Лемех-төрән. Ҡалып (б) горизонталь, ҡатламды — әйләндерә һәм йомшарта (кәҫтаҡта). Уларға баҫыу таҡтаһы (d) ҡушыла, ул вертикаль яҫылыҡта һабанға терәге булып торған табанды (д) бирә, ул аҫтан һабандың терәге булып хеҙмәт итә һәм һабандың ауырлығын һәм эш ваҡытында унда ятҡан ҡатламды үҙ өҫтөнә ала; үрҙә телгә алынған өлөштәре бер яҡтан уҡлау ярҙамында беркетелгән, ә икенсе яҡтан — тәртә (ж, тәртә), бының өсөн көйләүсе беркетелгән, ә артҡы тотҡаһынан (z). Һуңғы өлөштәрҙең икеһе лә һабан менән идара итеү өсөн ҡулланыла. Һәр һабанда асҡыс, сүкеш һәм һабан табаны өсөн башмаҡтар, һабанды бер урындан икенсе урынға ташыу өсөн ҡулланылған һабан саналары ҡуйыла. Хәҙерге һабандарҙа бысаҡ урынына ал төрән (кәҫ алғыс) ҡуйылырға мөмкин.

Башҡорттарҙа ер эшкәртеү ҡоралдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Руденко С. И."Башҡорттар: тарихи-этнографик очерктар" тигән хеҙмәтендә түбәндәге ер эшкәртеү ҡоралдарын атап үткән[19]. Иң йыш ҡулланған ҡоралдарҙан ябай ағас һуҡаны атап була. Был ҡорал башлыса парға һөрөлгән баҫыуҙарҙа һәм йәшелсә баҡсаларында ҡулланылған.

XIX быуатҡа тиклем киң ҡулланышта ағас һабан була. Һабандың ал яғы тәгәрмәсле, ғәҙәттә дүрт — алты ат егелгән була. Ике кешенең береһе — һабанды тота, икенсеһе — аттарҙы ҡыуалай. Ағас һабан ике өлөштән тора: һабан баш һәм уҡтау.

XX быуат башында бер төрәнле һабан (плуг) ябай һабанды ҡулланыштан ҡыҫырыҡлап сығара. Был һабандар төрлө размерлы, төрлө маркалы була. Ике- өс, хатта дүрт ат егеп ерҙе һөргәндәр.

Киң ҡулланылған 25 −30 тимер тешле ағас тырманы атап булыр ине.Был тырма бик ҙур булған: оҙонлоғо 1, 4, яҫылығы −1, 2 метр.

Игенде ураҡ менән урғандар. Уңдырышһыҙ йылдарҙа һолоны салғы менән сапҡандар.

Хәлле башҡорттарҙа бесән сапҡыс машиналар, ат тырмаһы, урғыс машиналары барлыҡҡа килә.

Диндә һәм мифологияла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығы мәҙәниәттәрендә һабан йәки һуҡа культ әһәмиәтенә эйә, сөнки улар календарь йолаларҙа ҡатнаша — мәҫәлән, «беренсе бураҙна». Мифологик сағылыштарҙа һабан йыш ҡына фаллик символикаға эйә була, сөнки Ер — Әсәне «аталандыра». Шуның менән бәйле, ғәҙәттә, ир-егеттәр традицион йәмғиәттә аталандырыу принцибын йөрөтөүсе булараҡ ерҙе һөрәләр һәм сәсәләр, кеше һәм тәбиғәттең тиңләшеүе[20].


  1. В. А. ГОРСКИЙ. Из истории плуга / Школа и труд. Школа и труд. Дата обращения: 6 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 9 октябрь 2014 года.
  2. В. А. ГОРСКИЙ. Из истории плуга / Школа и труд. Школа и труд. Дата обращения: 6 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 9 октябрь 2014 года.
  3. Плуг // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  4. Пахотные орудия // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  5. Зворыкин А. А. и др. История техники. М., 1962. С.37
  6. 6,0 6,1 Клюсс Г. А. Плуг, землеобработное орудие // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Башҡорт энциклопедияһы / Ер эшкәртеү ҡоралдары
  8. См. словарную статью 犁 lí в источнике: 古代汉语词典 :缩印本 (Гудай ханьюй цыдянь: соиньбэнь) (ҡыт.). — 2-е изд. (2014). — Пекин: Шану иньшугуань, 2018. — С. 889. — ISBN 978-7-100-10493-7.
  9. Aratrum // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
  10. Карпенко Н. А., Зеленев А. А. Сельскохозяйственные машины — Москва, 1968
  11. Ю. Краснов. Ранняя история сохи. «Советская археология», № 1, 1986 г.
  12. Косуля, орудие // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  13. Косуля // Корзинка — Кукунор. — М. : Советская энциклопедия, 1953. — С. 141. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 23).
  14. А. Мулин. Соха, сельскохозяйственное орудие // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  15. Сабан // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  16. Андюсев Б. Е. Сибирское краеведение. Хозяйство, быт, традиции, культура старожилов Енисейской губернии XIX — начала XX вв.: Учебное пособие для учащихся и студентов. Изд. 2-е, испр. и дополн. — Красноярск: РИО КГПУ, 2003. — 336 с. ISBN 5-85981-049-0
  17. The Stump Jump. Дата обращения: 7 октябрь 2006. Архивировано из оригинала 6 октябрь 2007 года. 2007 йыл 6 октябрь архивланған.
  18. Электропахота // Шербрук — Элодея. — М. : Советская энциклопедия, 1957. — С. 606. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 48).
  19. Руденко, С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки Текст. / С. И. Руденко. Перепеч. с изд. 1955 г. (М.; Л.) с изм. и доп. — Уфа: Китап, 2006.
  20. Индоевропейская мифопоэтическая традиция нередко отождествляла человека и землю. К примеру, во многих индоевропейских языках семена растений и мужское семя обозначаются одним словом, равно как и рождение у человека и у земли, в отличие от животных (земля обладает плодородием и рождает урожай, женщина рожает, а животное котится; человек, земля и природа умирают, а животное издыхает).