Nothing Special   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Ҡымыҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡымыҙ эшләүсе башҡорт йорто

Ҡымыҙ — бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек. Ҡымыҙҙы иң беренсе күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уңы эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар.

Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр Постников Нестор Васильевич тарафынан 1858 йылда Һамар губернаһында асыла. Башҡортостанда (Өфө губернаһы) беренсе ҡымыҙ дауаханаһы 1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимер юл станцияһы тирәләй санаторийҙар селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский санаторийы асыла. Бөгөн Башҡортостан ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булып тора. «Шафран», «Йоматау», «Алкино», «Глуховская», «Чехов», «Аксаков» исемендәге шифаханалар һәм башҡа ойошмалар бар. Шәхси эшҡыуарҙарҙа ҡымыҙ етештереү эшенә ҡушала.

Ҡымыҙ тураһында иң беренсе яҙманы Геродот (б. э. т. 484—424 йылдар) ҡалдырған. Ул скифтарҙың ағас батманда ҡымыҙ бешеүҙәре тураһында яҙған.

Ҡымызҙы әсетеү һәм уның кеше организмына тәьҫире хаҡында 1253 йылда француз сәйәхәтсеһе Вильгельм Рубрик яҙып ҡалдырған. Һуңынан итальян сәйәхәтсеһе Марко Поло (1254—1323) уны «аҡ шарап» менән сағыштырған.

Рәсәйҙә «Ипатьевский список» тигән боронғо урыҫ йылъяҙмаһында ҡымыҙ тәүге тапҡыр телгә алына. Игорь Северской ҡыпсаҡтарҙа 1182 йылда әсирлектә булғанда, һаҡсылар ҡымыҙ эсеп иҫереп йоҡлап киткәс, ҡасҡан. Башҡа йылъяҙмала Тверь кенәзе Михаилды әсир булараҡ ҡымыҙ эсергә мәжбүр итеүҙәре, 1245 йылда Батый хан кенәз Даниил Галицкийҙы ҡымыҙ менән һыйлауы ла телгә алына.

Немец һәм урыҫ сәйәхәтсеһе ғалим-энциклодедист Паллас 1770 йылда: «Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки һаулыкҡа уның файҙаһы бик ҙур», — тип яҙа. Был файҙалы эсемлек тураһында заманында мәшһүр урыҫ яҙыусылары В. Даль, С. Аксаков, Л. Толстой һ. б. үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған. Ҡымыҙҙы пропагандалаусы инглиз Дж. Каррик хатта башҡорт аттарын Англияға ла алып ҡайта.Әммә беҙҙәге кеүек ҡымыҙ килеп сыҡмай. Башҡорт апайҙарын да алып барып ҡымыҙ бешеп ҡарайҙар. Әммә эсемлек башҡорт ерлегендәге кеүек тәмле килеп сыҡмай. Башҡортостан ерлегендә үҫкән ҡылғанға һәм үҫемлектәргә күрә башҡорт ҡымыҙы ҡабатланмаҫ тәмгә эйә, шифалы. Ирәндек ҡылғаны менән туҡланған бейә һөтөнән бешкән Баймаҡ ҡымыҙы айырыуса тәмле, тиҙәр.

Составы һәм үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡымыҙ әсегән ваҡытта аҡһым еңел үҙләштерелә торған матдәләргә, ә һөт шәкәре — һөт кислотаһына, этил спиртына, углекислотаға һәм төрлө аңҡығыс матдәләргә әүерелә. Былар барыһы ла ҡымыҙҙы туҡлыҡлы, еңел үҙләштерелеүсән, тәмле еҫле, яратып эселә торған эсемлеккә әйләндерә.

Ғәҙәттә ҡымыҙҙа 0,2 % - 2,5 % этил спирты була. Ныҡ әсегән ҡымыҙҙа (бейә һөтөнән генә) спирт 4,5 % -ҡа етә. Әселек: 60—120 °Т.

Витаминдар Ҡымыҙҙа миҡдары мкг/л
Тиамин(B1) 203,4
Рибофлавин(B2) 375,0
B12 2,1
Пантотен кислотаһы 2010,0
Фолией кислотаһы 265,0
Биотин 1,2
Витамин С 93,2

Ҡымыҙ өсөн бейә һөтөн махсус ойотҡо менән әсетәләр, ундағы бактериялар С һәм В төркөмө витаминдары, шулай уҡ Этанол(алкоголь) барлыҡҡа килтерә, күп итеп углекислота бүленеп сыға, тап ул ҡымыҙҙы күбекләндереп тора ла инде. Микроорганизмдар йоғонтоһонда ҡымыҙҙың аҡһымдары иреп бөтә йәки ваҡ ҡына бөрсөктәр рәүешендә була.

Дауалауҙа ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡымыҙ микробтарға ҡаршы бик көслө матдә, унда тәбиғи антибиотиктар күп. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, эсәк-ҡарынды таҙарта.

Ҡымыҙ өҙлөккән кешеләрҙе дауалағанда, туберкулёз, цинга, гастрит, ашҡаҙан аҫты биҙе, аҙ ҡанлылыҡ, неврастения, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм ҡорһаҡ тифын дауалағанда ҡулланыла.

Кешене генә түгел, ҡымыҙ мал-тыуарҙы дауалағанда ла  — диспепсия, яраларҙы бөтәштереү өсөн дә файҙаланыла.

Тыйылған осраҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡымыҙҙы ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары киҫкенләшкән ваҡытта, лактоза һәм ҡымыҙҙы организм ҡабул итмәгәндә ҡулланырға ярамай.

Өй шарттарында ҡымыҙ эшләү ысулы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр ҙә өй шарттарында ҡымыҙ яһап эсергә теләһәгеҙ, уны ҙур быяла банкала ла бешергә мөмкин. Әсегән бейә һөтөн (ул ҡатыҡ һымаҡ ҡуйы була) банкаға һалып, уға яңы ғына һауылған һөт ҡушып болғаталар ҙа, банканың ҡапҡасын ябып, бер-ике сәғәт буйы туҡтауһыҙ тиерлек бешәләр (болғаталар). Банка йылы урында торорға тейеш. Бер аҙҙан, әгәр ҡымыҙҙың өҫтөнә һыуы һарҡып сыға башлаһа, 1—2 аш ҡалағы самаһы шәкәр ҡомо ҡушып, йәнә берәр сәғәт бешәләр. Әсеүе һәм бешеүе еткән ҡымыҙ болғатҡан саҡта күперелеп торор.

Ҡымыҙ бешеү өсөн ағас күнәгегеҙ, бешкәгегеҙ булһа, эсемлек бигерәк тә уңыр. Йәй, көндәр эҫе торғанлыҡтан, ҡымыҙ тиҙ әсеп, иҫкереп бара, шуға күрә ҡымыҙ бешер алдынан ҡоро ағас таптарына йәки ҡайын туҙына ут төртөп ағас күнәкте шуның өҫтөнә ҡаплап, ыҫлап алырға кәрәк. Шулай иткәндә ҡымыҙ тәмле лә була, оҙағыраҡ та һаҡлана.

  • Кумыс // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства / под ред. А. И. Ревина. — М.: Советская энциклопедия, 1960. — Т. 1. — С. 308. — 770 с.