Учалы
Учалы | |
Учалы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1955 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Учалы |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Учалы ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1] һәм Учалы районы |
Административ-территориаль берәмек | Учалы ҡалаһы ҡала биләмәһе[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 36 175 кеше (2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 540 метр |
Майҙан | 46 км²[3][4] |
Почта индексы | 453700–453703 |
Рәсми сайт | uchaly-102.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | XIX быуат |
Урындағы телефон коды | 34791 |
Учалы Викимилектә |
Учалы́ (рус. Учалы ) — республика әһәмиәтендәге ҡала. Башҡортостандың көнсығышында, Урал тауҙары итәгендә, Өфөнән 350 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Учалы районының административ үҙәге (1965 йылдан алып)[5].
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфөнән көньяҡ көнсығышҡа табан 376 км алыҫлыҡта Башҡортостандың Урал аръяғы төньяғында, Ҡарағастүбә (586 м) һәм Олотау (659 м) тауҙары араһындағы уйпатлыҡта урынлашҡан. Учалы ҡалаһы биләмәһе сиктәрендә, Энергетиктар урамы буйлап һәм Бурансы биҫтәһенән төньяҡҡа ҡарай Кесе Учалы күле урынлашҡан
Исем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Учалы атамаһының башҡа варианттары — Асыуҙы, Ушалы[6].
«Учалы» исеме ҡала эргәһендәге күл атамаһынан килә. XVIII быуаттың бөтә документтарында һәм 1786 йылғы картала был күл Ачулы — Асулы тип бирелгән. Уның башҡортса мәғәнәһен ҡайһы бер ғалимдар «асыулы» һүҙенә бәйләй, икенселәр иһә «асылы» — әсе, татырлы һуҙенән алынған тип аңлата; «юшалы» (йәшмәле) тигән аңлатма ла бар.
Бер риүәйәт буйынса, Учалы исеме «Үс алды» һүҙенән килә. XIV быуатта Аҡһаҡ Тимер Туҡтамыш ханды еңеп, уның союздаштары булған бер-нисә башҡорт ырыуын юҡҡа сығарған урын тип аңлатыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Учалы төбәге төрлө файҙалы ҡаҙылмаларға бай булғанлыҡтан, бында XVIII быуатта уҡ рудниктар барлыҡҡа килә. Был ерҙәрҙә борон-борондан төрлө төҫлө һәм ҡара металл рудалары, шул иҫәптән алтын һәм баҡыр сығарыла. Төрлө биҙәкләү таштары ла, айырыуса йәшмә күп табыла.
1830 йылда ер өҫтөнә сығып тороусы алтын ятҡылыҡтары табыла. XIX быуатта урыҫ помещиктары бында 7,5 тонна алтын ала. ХХ быуат башында ятҡылыҡтарҙың күбеһе сит ил кешеләре ҡулында була. Башҡорт типтәрҙәре, ер аҙлыҡҡа күрә төрлө приискыларҙа, шахталарҙа ялланып көн күрә.
РСФСР Юғары Советы Президиумының 1963 йылдың 1 февралендәге Указы менән, Бәләкәй Учалы һәм Яңы Учалы ҡасабалары «Учалы» исеме бирелгән яңы ҡалаға берләштерелә.
1975 йылда архитетор Салауат Шәбиев Учалы ҡалаһының планлаштырыу проекты эшләй.
2009 йылда «Башкиргражданпроект» институты әҙерләгән ҡаланың яны генераль планы раҫлана.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы (21.10.1951), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (2009). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған металлургы. Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты (2003). 2‑се дәрәжә Изге Станислав (2002), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2002) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры.
- Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы (16.12.1976), Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министр урынбаҫары, 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы башҡарма органы вәкиле. Педагогия фәндәре кандидаты.
- Минасов Марат Шамил улы (23.03.1951), дәүләт хеҙмәте ветераны. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы иҡтисад министры урынбаҫары, 2007 йылдан — беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003)[7].
- Ишниязова Дияна Рафаэль ҡыҙы (22.12.1975) — йырсы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[8].
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың иҡтисад нигеҙе — сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте, эшкәртеү сәнәғәте.
- Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты
- май-сыр заводы
- тегеү фабрикаһы
- урман машиналарын эшләү заводы
- тимер-бетон заводы
- “Газ Сервис” ПАЙ-ның “Учалыгаз” филиалы
- “Башҡортостан—Көнсығыш энергетик тауар һатыу компанияһы” ЯСЙ филиалы Белорет бүлексәһенең Учалы участкаһы
- Учалы йылылыҡ селтәрҙәре, ПАЙ
- “Учалы электр селтәрҙәре” ААЙ
- «“Баштальк” тау ҡаҙылма компанияһы»
- “Башкиргеология” ААЙ филиалы
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район биләмәләре аша Белорет—Учалы—Мейәс—Силәбе, Учалы—Магнитогорск (Ахун ауылы йәки Межозерный аша), Учалы—Ҡорама— Уй—Силәбе автомобиль юлдары үтә.
Тимер юлы. Район аша Рәсәй тимер юлдарының Көньяҡ Урал бүлексәһенә ҡараған Межозерный—Учалы—Мейәс тимер юлы үтә. 1995 йылға тиклем бынан Учалы—Өфө—Күмертау—Ырымбур поезы йөрөнө.
2000 йылдан поезд Күмертауға тиклем, 2005 йылдан — Өфө тиклем генә барһы, 2010 йылдан — Мейәскә тиклем генә йөрөй. 2012 йылдан ошо юлдан пассажирҙар ташыу туҡтатылды.
Гербы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Учалы ҡалаһы гербында Кеҫәртке урынлашҡан.
Ҡала панорамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ташбик тау итәгендәге Тыныслыҡ урамы
-
Ҡаланың мәҙәниәт һәм ял итеү паркы. 2010 йыл (Реконструкция алдынан)
-
Ҡала һәм район хакимиәте урынлашҡан Карл Маркс урамы
-
В. И. Ленин (Үҙәк) майҙаны. Һәйкәл артында Учалы филармонияһы (Ленин урамы, 27-се йорт).
-
Учалы ҡала-район муниципаль район хакимиәте йорто
Факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Учалы урамы Асҡарҙа, Сибайҙа һәм Белоретта бар.
- Ҡаланан 1 километр алыҫлыҡта Учалы ауылы урынлашҡан. Унда йәшәгән 6,5 мең кеше Учалы ҡалаhының халҡы иҫәбенә инмәй.
- Ҡала 1965 йылдан Учалы районы үҙәге, быға тиклем ул Учалы ауылында булған.
- Район китапханаһы һәм район мәҙәниәт йорто, тимер-юл станцияһы Учалы ауылында урынлашҡан.
- Ҡаланан Силәбе өлкәһе сигенә тиклем 15 километр.
- Ҡалала 2 мәсет (үҙәк мәсет, З. Рәсүлев мәсете); 1 сиркәү бар.
- Ҡалала БДУ-ның филиалы эшләй.
- Учалы ҡалаһында урынлашҡан иң ҙур күл — Ҡарағайкүл Ҡатырға-рубероид заводы ҡалдыҡтары менән бысратылған.
- Учалы районында Яйыҡ (Урал) йылғаһы башлана.
- Учалы ҡалаһының иң оҙон урамы — Ленин урамы.
- Учалы халҡының күпселеге Башҡортостан урамында йәшәй (2 мең кеше).
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы 37,9 мең кеше. Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 32317 | 14855 | 17462 | 46,0 % | 54,0 % |
2002 йыл 9 октябрь | 37196 | 17030 | 20166 | 45,8 % | 54,2 % |
2010 йыл 14 октябрь | 37788 | 17351 | 20437 | 45,9 % | 54,1 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Учалы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 март 2021)
- Учалы районының һәм ҡалаһының рәсми сайты
- «Яйыҡ», Учалы ҡалаһы һәм районының берләштерелгән ижтимағи-сәйәси гәзите 2010 йыл 20 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ УЧАЛЫ
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ [1] 2016 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — 200 с. — С. 157.
- ↑ Сайт УГАТУ «Годы и Люди» — Минасов Марат Шамильевич 2021 йыл 9 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2021)
- ↑ Ишниязова Дияна Рафаэловна