Nothing Special   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Таллий

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таллий
Рәсем
Масса 204,38 ± 0,01 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған таллом[d]
Грозящая опасность отравление таллием[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Уильям Крукс[d]
Асыу датаһы 1861
Элемент символы Tl[2]
Химик формула Tl[3]
Каноническая формула SMILES [Tl][3]
Атом һаны 81
Электр кирелеге 1,62
Ионный радиус 1,5 ангстрем[4], 1,59 ангстрем[4], 1,7 ангстрем[4], 0,75 ангстрем[4], 0,89 ангстрем[4] һәм 0,98 ангстрем[4]
Изображение памятной доски
 Таллий Викимилектә

Таллий (лат. Thallium, Tl) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 13-сө төркөм элементы. Тәртип номеры — 81.

Ауыр металдар төркөмөнә ҡарай. Ябай матдә таллий — йомшаҡ, бик ағыулы, көмөшһыу-аҡ төҫ менән көрәнһыу-зәңгәрерәк төҫмөрлө металл.

Таллий элементының символы — Tl (Таллий тип уҡыла).

Таллийҙы 1861 йылда инглиз ғалимы Уильям Крукс Гарц тау массивтарында урынлашҡан Абберод ҡалаһы янындағы көкөрт кислотаһы заводының ҡурғаш камераларында ҡалған шламды спектраль ысул менән тикшереп аса.

1862 йылда металлик таллий Уильям Крукс һәм француз химигы Клод-Огюст Лами тарафынан да үҙ аллы эҙләнгәндә табыла[5].

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элемент үҙенең исемен спектрындағы йәшел һыҙаттар айҡанлы ала (бор. грек. θαλλός — йәш, йәшел тәлгәш[6]).

Таллий — тарҡау элемент. Сфалерит, цинк, баҡыр һәм тимер колчеданы, калий тоҙо һәм слюдаларҙа була. Таллий — ауыр металл. Уның ете генә минералы билдәле (круксит (Cu, Tl, Ag)2Se, лорандит TlAsS2, врбаит Tl4Hg3Sb2As8S20, гутчинсонит (Pb, Tl)S • Ag2S • 5As2S5, авиценнит Tl2O3), уларҙың барыһы ла бик һирәк осрай. Төп массаһы сульфидтар, иң әүәл — тимер дисульфиды менән бәйле.

Таллий биосферала еңел күсеп йөрөй. Тәбиғи һыуҙан уны күмер, балсыҡ, марганец гидроксиды, һыуы һеңдерә, парға эәйләнгәндә туплана (мәҫәлән, Сиваш күлендә 5·10−8 г/л тиклем). бар. Калий минералдарында (слюда, ялан шпаты), сульфид мәғдәндә: галенит, сфалерит, марказит (0,5-кә тиклем %), киноварҙа туплана.Ҡушылма булараҡ тәбиғи марганец һәм тимер оксидтарында була.[7].

Таллийҙың уртаса йөкмәткеһе (ауырлығы буйынса):

  • ер ҡабығында 4,5·10−5 %;
  • ультранигеҙ 10−6 % тоҡомдарҙа;
  • төп тоҡомдарҙа 2·10−5 %;
  • диңгеҙ һыуында 10−9 %.
  1. Standard atomic weights of the elements 2021 (IUPAC Technical Report) (ингл.)IUPAC, 1960. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2019-0603
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. 3,0 3,1 THALLIUM (ингл.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  5. Crookes, William (March 30, 1861) "On the existence of a new element, probably of the sulphur group, " Chemical News, vol. 3, pp. 193—194; reprinted in: Crookes, William XLVI. On the existence of a new element, probably of the sulphur group (инг.) // Philosophical Magazine : journal. — 1861. — Т. 21. — № 140. — С. 301—305. — DOI:10.1080/14786446108643058;
  6. Weeks, Mary Elvira (инг.)баш. The discovery of the elements. XIII. Supplementary note on the discovery of thallium (инг.) // Journal of Chemical Education (инг.)баш. : journal. — 1932. — Т. 9. — № 12. — С. 2078. — DOI:10.1021/ed009p2078 — Bibcode1932JChEd...9.2078W
  7. Вольфсон Ф. И., Дружинин А. В. Главнейшие типы рудных месторождений, — Москва: Недра, 1975, 392 с.
  • Таллий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 25-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Таллий//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
  • Таллий (неопр.). Популярная библиотека химических элементов. Дата обращения 20 августа 2013.
  • Таллий (неопр.) (20 ноября 2006). — News.ru. Дата обращения 20 августа 2013.