Шаһ
Шаһ | |
Дәүләт | Сәфәүиҙәр дәүләте |
---|---|
Шаһ Викимилектә |
Шаһ (фарс. شاه, šâh) — Яҡын һәм Урта Көнсығыштың ҡайһы бер илдәрендә, Дели солтанлығында һәм Бөйөк Моголдар дәүләтендә («падишаһ» формаһында) монарх титулы.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]бор. фарсы [xšāyaθiya-] «хаким, батша» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Сағыштырығыҙ: бор. фарсы [Aryānam Xšaθram] «Арийҙар дәүләте», санскр. क्षत्रिय [kṣatriya] «хакимлыҡ итеүсе, изге күңелле».
Барлыҡҡа килгән титулдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаһ титулынан падишаһ, шаһиншаһ һәм паша титулдары барлыҡҡа килгән.
Падишаһ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Падишаһ (фарс. پادشاه [pādšāh] аша пехл. pādšāh бор. фарсы pati-xšāyaθiya- «хаким, батша») — Иран монархтарының титулы, шулай уҡ ҡайһы бер Азия илдәрендә ҡулланылған. «Падишаһ» титулынан алдараҡ «шаһиншаһ» фарсы титулы булған, ул «батшаларҙың батшаһы» тигәнде аңлата.
'Падишаһ (варианттарыы: падшаһ йәғни бадшаһ) титулын Евразияның бер нисә дәүләттәре монархтары йөрөткән, айырым әйткәндә: Ғосман империяһы (XV—1922), Дурраниҙар империяһы (1747—1823), Бөйөк Моголдар империяһы (1526—1858) һәм Афғанстанда (1926 — июль 1973). Падишаһ титулын ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡайһы бер башҡа дәүләттәрҙең хакимлары ҡабул иткән. Титулды һуңғы рәсми рәүештә һуңғы йөрөтөүсе Заһир Шаһ (1914—2007) була.
Европалар падишаһы титулын император титулының аналогы тип иҫәпләнгән. Ҡайһы бер төрки телдәрҙә падишаһ (батша, патьша) һүҙе «царь» (батша), «император» тип аңлатыла һәм башлыса Рәсәй монархтарына ҡағылышлы ҡуллыныла.
Шаһиншаһ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаһиншаһ (бор. фарсы xšāyaθiya xšāyaθiyānām, фарс. شاهنشاه «батшаларҙың батшаһы») — боронғо фарсы (Әһәмәниҙәр тарафынан үҙләштерелгән Мидия сығышлы һүҙ), һуңыраҡ Иран монархтары титулы. Титул тәүге тапҡыр Сәсәниҙәр династияһынан Иран хакимдары тарафынан ҡабул ителә, әммә ул Әһәмәниҙәр xšāyaθiya xšāyaθiyānām дәүере титулынан килеп сыҡҡан, шунлыҡтан Иранда беренсе шаһиншаһ тип Әһәмәниҙәр дәүләте батшаһы Бөйөк Кир II-не атайҙар. Титул өҙлөктәр менән 2500 йыл дауамында ҡулланылған. Ирандың һуңғы шаһиншаһы Мөхәммәт Риза Пәхләүи була, ул 1979 йылда Ислам революцияһы барышында ҡолатыла. Мөхәммәт Ризаның улы — Риза Кир Пәхләүи фарсы монархистары тарафынан законлы шаһиншаһ тип иҫәпләнә.
Төрлө илдәрҙә титулдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаһ титулы Яҡын һәм Урта Көнсығыштың ҡайһы бер илдәрендә ҡулланылған. Һуңғы шаһтар XX быуатта 1973 йылда Афғанстанда һәм 1979 йылда Иранда ҡолатыла.
Сәсәниҙәр империяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр («шаһаншаһ» формаһында) Сәсәниҙәр дәүләтендә ҡулланыла башлай. Әһәмәниҙәр титулына [xšāyaθiya xšāyaθiyānām] «батшларҙың батшаһы» барып тоташа (бындай титулдар алдараҡ та булған; тәүге билдәле «батшаларҙың батшаһы» [šar šarrāni] Ассирия батшаһы Тукульти-Нинурта I беҙҙең эраға тиклем 1244—1207 йылдар тирәһендә хакимлыҡ итә).
Ғосман империяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Палишаһ» титулы Мәхмәт II (1432—1481) башлап 1922 йылда Мәхмәт VI осоронда солтанлыҡ бөтөрөлгәнгә тиклем Ғосман империяһы хакимдарының рәсми титулы була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шах // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)