Шиғый-ун икеселәр
Шиғый-ун икеселәр | |
ғәр. اثنا عشرية фарс. شیعه دوازدهامامی | |
Шиғый-ун икеселәр Викимилектә |
Шиғый-ун икеселәр йәки иҫнәғәшәриҙәр (ғәр. الشيعة الإثني عشرية) — Иран, Әзербайжан, Ираҡ, Бахрейн һәм Ливанда киң таралған шиғый ислам йүнәлеше.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улар башҡа илдәрҙә лә осрай. Был йүнәлеш тарафдарҙары, үҙҙәренең рухи етәкселәре итеп, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы һәм яҡын сәхәбәһе — Али ибн Әбү Талип нәҫеленән 12 имамды таныйҙар. Улар инаныуынса, ун икенсе имам бәләкәй ваҡытында, 873—874 йылдарҙа, юғала һәм уның Мәхди булараҡ ҡайтыуын көтәләр. Риүәйәттәр буйынса, ул Мәккәлә (Ҡәғбә янында) пәйҙә булырға тейеш.
Бөгөнгө көндә исламдың был тармағында 150-нән 200 миллионға тиклем диндар иҫәпләнә.
Рәсәйҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә шиғый-ун икеселәр — әзербайжандар, таттар, шулай уҡ лезгиндәрҙең бер өлөшө (Мискинджа ауылы һәм Дербент — Дағстанда). Шиғыйҙарҙың «фарсы» мәсеттәре XIX быуатта Әстерханда һәм Владикавказда төҙөлә. Әлеге ваҡытта общиналар Рәсәйҙең Мәскәү («Инам» мәсете һәм Иран илселеге ҡарамағындағы мәсет), Санкт-Петербург, Екатеринбург, Әстерхан ("Баҡы"мәсете) кеүек ҙур ҡалаларында теркәлгән[1][2].
Шиғый-ун икеселәр мәсеттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Журнал «Эксперт», № 9(503), 2006, с. 24.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Желтов А. А. Шииты // Современные верования и конфессии в России: справочник. — Вологда: ВИПЭ ФСИН России, 2017. — С. 124—128. — 162 с. — ISBN 978-5-94991380-2.
- ↑ Попов И. Н. Гл. 1.3.3. Шииты (имамиты и исмаилиты) // Справочник всех религиозных течений и объединений в России. — 2016.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шиитский фикх
- Пересказ на русском языке статьи Мохаммеда Али Амир-Моэззи «Шиитская доктрина» (см. оригинал)