Орхус
Орхус | |
дан. Aarhus | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | VIII быуат |
---|---|
Рәсми атамаһы | Aarhus |
Ҡушамат | Smilets by |
Этнохороним | århusianer |
Дәүләт | Дания[1] |
Административ үҙәге | Орхус[d] һәм Орхус[d] |
Административ-территориаль берәмек | Орхус[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Каттегат |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | East Jutland metropolitan area[d] |
Халыҡ һаны | 290 598 кеше (1 ғинуар 2023) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 6 ± 1 метр һәм 105 метр |
Туғандаш ҡала | Берген[d], Гётеборг[d][2], Турку, Нови-Сад, Харбин[d], Росток[3], Какорток[d] һәм Киль (ҡала)[4] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Майҙан | 91 км² |
Почта индексы | 8000, 8100, 8200, 8210, 8220, 8229, 8230, 8240, 8245, 8250, 8260 һәм 8270 |
Рәсми сайт | aarhus.dk |
Вики-проект | WikiProject Aarhus[d] |
Портал открытых данных | city of AArhus Open Data[d] |
Урындағы телефон коды | 8 |
Орхус Викимилектә |
Орхус (дат. Aarhus йәки Århus) — ҙурлығы буйынса Данияның икенсе ҡалаһы. Ютландия ярымутрауының көнсығышында, Орхус-Бугт ҡултығында урынлашҡан. Орхус коммунаһының административ үҙәге . Әһәмиәте буйынса Данияла икенсе порт.
Халыҡ һаны — 310 956 кеше[5] (2011).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе тапҡыр 948 йылда телгә алына. X—XII быуаттарҙа католик үҙәк булараҡ тиҙ үҫешә, һуңынан оҙаҡ ваҡытҡа бөлгөнлөккә төшә. XIV быуатта чума тарафынан бушап ҡала.
1849 йылдың 31 майында дания-пруссия һуғышы ваҡытында бында генерал Адольф фон Гиршфельдтың немец ғәскәрҙәре менән Риеның дат дивизияһы араһында алыштар була[6].
XIX быуатта Орхуста тимер юлы үткәндән һуң иҡтисади күтәрелеше башлана.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала сауҙа-сәнәғәт, тимер юл үҙәге булып тора. Машиналар төҙөү (Danfoss компанияһы фабрикаһы), химик, текстиль, аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешкән. Шулай уҡ ҡалала һөт продукттары етештереүсе— дания-швед Arla Foods компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала Орхус университеты (1928 йылда барлыҡҡа килгән), опера театры, ботаника баҡсаһы урынлашҡан, милли масштабтағы Орхус симфоник оркестры эшләй.
Концерт залында (дат. Musikhuset) даими музыкаль фестивалдәр уҙғарыла, шул иҫәптән Орхус фестивале сентябрҙең беренсе аҙнаһында уҙғарыла һәм европа билдәлелегенә эйә.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫтәлекле урындары — Иҫке ҡалала: XIII—XV быуаттарҙың кафедраль готика соборы (илдең иң ҙур сиркәүе), Фрукирхе сиркәүе (XI—XV быуаттар), иҫке ратуша (1857). Яңы ратуша (1938—1942, арх. Арне Якобсен), университет биналары комплексы иғтибарға лайыҡ. «Боронғо ҡала» музейында Данияның төрлө ҡалаларынан XVI—XVII быуаттарҙа төҙөлгән 50-нән ашыу йорт йыйылған. Художество музейында — XIX—XX быуаттың дат һынлы сәнғәте. Боронғо тарих музейында бер нисә уникаль боронғо артефакттар бар. Шулай уҡ тәбиғәт, тарих фәне, медицина, янғын һәм уларҙан һаҡланыу, Ҡатын-ҡыҙҙар музейы, Орхус ҡала музейы, викингтар музейы, обсерватория һәм башҡа иҫтәлекле урындар бар. Ҡала үҙәгендә бер нисә матур фонтан урынлашҡан (уларҙың иң билдәлеһе — «Сусҡалар фонтаны» ратуша алдында 1941 йылда төҙөлгән).
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гитте Хеннинг — актриса һәм йырсы, 1973 йылда Евровидение ҡатнашыусыһы.
- Вероника Мортенсен — джаз йырсыһы.
- Бьёрн Страуструп — программалау C++ теле авторы.
- Людвиг Шитте — композитор һәм пианист, Лист уҡыусыһы, күренекле педагог.
- Йенс Кристиан Скоу — ғалим, химия буйынса Нобель премияһы лауреаты (1997).
- Габриэль Аксенль — кинорежиссер, күп кенә абруйлы кинофестивалдәр премияһы номинанты.
Спорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ориентирлау — 2006 йылда Орхуста ориентирлау буйынса йәйге донъя чемпионаты үтә.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәндә Орхустың туғандаш ҡалалары исемлеге бирелгән:
- Берген, Норвегия
- Гётеборг, Швеция
- Ҡалып:Флаг Гренландии Какорток, Дания
- Санкт-Петербург, Рәсәй (1989)
- Турку, Финляндия
- Харбин, Ҡытай
Партнёр ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улар араһында:
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://goteborg.se/wps/portal/invanare/kommun-o-politik/internationellt-samarbete/nordiskt-samarbete/!ut/p/z1/04_Sj9CPykssy0xPLMnMz0vMAfIjo8ziQw0NAi2cDB0NDEJ9nQw8_czDnDyd_Q09Q8z1wwkpiAJKG-AAjgb6BbmhigCASA6r/dz/d5/L2dBISEvZ0FBIS9nQSEh/
- ↑ https://rathaus.rostock.de/de/aarhus_daenemark/278314
- ↑ https://www.kiel.de/de/kiel_zukunft/kiel_international/aarhus.php
- ↑
- ↑ Аархус // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Ааргус (урыҫ) // Малый энциклопедический словарь — 2 — СПб.: 1907. — Т. 1.
- ↑ Danmarks Statistik — 2017.
- ↑ https://www.statbank.dk/BY1
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсми ҡала сайтында 2005 йыл 7 февраль архивланған. (инг.)
- Рәсми турист сайты 2012 йыл 8 сентябрь архивланған. (инг.) Ҡалып:Битая ссылка
- Ҡала һүрәтләү, тарихы, фотоһын сайтында форум Talusha.3bb.ru 2014 йыл 22 май архивланған. (рус.)
- Ҡатын-музейы 2018 йыл 27 октябрь архивланған. (инг.) Ҡалып:Битая ссылка