Микроскоп
Микроско́п (грек. μικρός — бәләкәй генә σκοπέω — күҙәтәм) — күҙгә күренмәй торған бик ваҡ нәмәләрҙе ҙурайтып күрһәтә торған ҡатмарлы оптик прибор[1]; ҙурайтып күрһәтә торған махсус ҡорамал[2].
Микроскопия — ябай күҙ менән күренмәй торған бик ваҡ нәмәләрҙе күҙәтеү ысулдарының дөйөм атамаһы; микроскоптың төҙөлөшө, ҡулланылышы һәм микроскопик препараттарҙың әҙерләнеше тураһындағы практик фән[3]; микроскоп менән эш итеү һәм микроскопик препараттарҙы әҙерләү юлдарын өйрәнеүсе фән[4].
«Микроскоп» — кеше күҙе күрмәгән әйберҙәрҙе лә ҙурайтып күрһәтә торған нәмә. Боронғо заманда микроскоп булып ҙурайта торған быяла (линза) хеҙмәт иткән. Хәҙерге көндә был прибор бик ҡатмарлы төҙөлгән. Ҡатмарлы микроскопта ҙурайтылыу ике этапта бара. «Объектив» тип аталған линзалар иң тәүләп ҙурайтылған һүрәтте күрһәтә. «Окуляр» тигән икенсе линза аша объект тағы ла ҙурыраҡ үлсәмгә күсә. Объективта ла, окулярҙа ла бер нисәшәр линза ҡуйыла.
Ҡатмарлы микроскоп 1590—1610 йылдарҙа төҙөлә. Уйлап табыусыһы — Галилей тип иҫәпләнә. XVII быуаттың 50-се йылдарында Роберт Хук үҙе төҙөгән микроскопл ярҙамында үҫемлектәрҙе өйрәнгән. Хуктың микроскобы өс линзанан торған, уларҙың һәр береһе ҡатырға торбаларға ныҡ итеп беркетеп ҡуйылған булған.
1931 йылда беренсе электрон микроскоп уйлап табылған. Оптик микроскоп предметтәрҙе яҡынса 2000 тапкырға, ә электрон микроскоп миллион тапкырға ҙурайтып ҡарарға мөмкинлек бирә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешелек иң беренсе ҡулланған микроскоп оптик булған, һәм беренсе уйлап табыусыны билдәләү мөмкин түгел. 1538 йылда итальян врачы Дж. Фракасторо ике линзаны берләштереп ҙурайтып ҡарау мөмкинлеген тәҡдим итә. Микроскоп тураһындағы иң беренсе мәғлүмәттәрҙе Голландияның Мидделбург ҡалаһында 1590 йылда Иоанна Липперсгея исеме менән (ул шулай уҡ беренсе телескопты эшләгән) һәм күҙлектәр эшләүсе Захарий Янсен исеме менән бәйләүҙәр.[5]. Әҙ генә һуңыраҡ, 1624 йылда Галилей үҙе эшләгән микроскопты күрһәтә. Тәүҙә ул пробоҙы «оккиолино»[6] (occhiolino итал. — бәләкәй күҙ) тип атай. Бер йылдан һуң Джованни Фабер (инг.)баш. Академияһы яңы уйлап табылған әйбергә микроскоп терминын тәҡдим итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Русско-башкирский, башкирско-русский словарь терминов по физике (Х. Х. Кадырметов, 1984)
- ↑ Русско-башкирский словарь технических терминов (А. Н. Кусеев, 2003)
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Русско-башкирский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Microscopes: Time Line . Nobel Web AB. Дата обращения: 27 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Gould, Stephen Jay. Chapter 2: The Sharp-Eyed Lynx, Outfoxed by Nature // The Lying Stones of Marrakech: Penultimate Reflections in Natural History (инг.). — New York, N.Y: Harmony, 2000. — ISBN 0-224-05044-3.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Микроскоп // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БСЭ. «Микроскоп» (оптик прибор) 2009 йыл 1 март архивланған. (рус.)
Микроскоп Викиһүҙлектә | |
Микроскоп Викимилектә |