Годавари
Годавари | |
---|---|
хинди गोदावरी, గోదావరి te, గోదావరి | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1465 км |
Бассейн | 313 000 км² |
Һыу сығымы | 3038 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Көнбайыш Гаттар |
· Урынлашыуы | Махараштра штаты, Һиндостан |
· Бейеклеге | 1200 м |
· Координаталар | 19°55′48″ с. ш. 73°31′39″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Бенгал ҡултығы |
· Урынлашыуы | Антарведи ауылы, Андхра-Прадеш штаты, Һиндостан |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 16°43′32″ с. ш. 82°19′52″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Ил | Һиндостан |
— инеше, — тамағы | |
Годавари Викимилектә |
Года́вари (һинд गोदावरी) — Һиндостанда ҙурлығы буйынса икенсе йылға.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо — 1465 км, бассейн майҙаны — 313000 км².
Махараштра штатында Тримбак ҡалаһы янында, Ғәрәбстан диңгеҙе яр буйынан 80 км алыҫлыҡта, Көнбайыш Гаттарҙың көнсығыш битләүҙәрендә башлана. Көнсығышҡа табан Махараштра Һәм Андхра-Прадеш штаттарының территорияһында Декан яҫы таулығы буйлап аға һәм Бенгал ҡултығына ике тармаҡ барлыҡҡа килтереп ҡоя. Годавари һәм Кришна йылғаларының дельталары уртаҡ тип иҫәпләргә мөмкин.
Годавари — индуисттар өсөн изге йылға тип иҫәпләнә, уның ярҙ буйҙарында изге урынға сәфәр ҡылыусыларҙың бер нисә үҙәктәре урынлашҡан[1].
Раджамандри ҡалаһынан юғарыраҡ һуғарыу һәм электроэнергия етештереү маҡсатында ҙур быуа төҙөлгән.
Төп ҡушылдыҡтары: Индравати, Манджира, Пранахита, Ваинганга, Вардха, Киннерасани, Силеру, Сабари.
Йылға буйындағы ҡалалар: Тримбакешвар, Насик, Копаргаон, Паитан, Нандер, Бхадрачалам, Раджамандри, Коввур, Нарсапур.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Годавери, река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Река Годавари в 1911 [1]
- Осмий в эстуарии реки Годавари, Индия, 2001 [2]
- Доклад о бассейне реки: Годавари [3]
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ