Nothing Special   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Волгоград дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волгоград дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 1980
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы ВолГУ
Ректор Тараканов, Василий Валерьевич[d] һәм Алла Эдуардовна Калинина[d]
Девиз тексы Ab voce ad rem һәм От слова к делу
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Волгоград
Урын Волгоград
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Волгоград, Рәсәй
Диапазон IPv4 217.149.176.0/22[3]
Диапазон IPv6 2001:6d0:ffe0::/48[4]
Рәсми сайт volsu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Волгоградского государственного университета[d]
Карта
 Волгоград дәүләт университеты Викимилектә

«Волгоград дәүләт университеты» федераль дәүләт автономиялы юғары белем биреү мәғариф учреждениеһы (ФГАОУ ВО ВолГУ) — Волгоград өлкәһенең иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһе. 1980 йылда нигеҙ һалына.

Волгоград дәүләт университеты структураһында 11 институт; 50-гә яҡын махсус һәм дөйөм университет кафедраһы, 28 магистратура йүнәлеше, 44 бакалаврҙар әҙерләү йүнәлеше, 3 специальность; аспирантура (42 һөнәр буйынса) һәм докторантура (9 һөнәре буйынса) инә. Өҫтәмә профессиональ белем биреү системаһы идара итеү кадрҙарын әҙерләү буйынса Президент программаһын һәм һөнәри белемде камиллаштырыуҙы, икеләтә дипломды, квалификация күтәреүҙе тормошҡа ашыра. Даими рәүештә 12 меңдән ашыу студент һәм аспирант белем ала.

Университет тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1972 йылда КПСС-тың Волгоград өлкә комитеты ҡалала дәүләт университеты булдырыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итә.

1974 йылдың 21 июнендә СССР Министрҙар Советының — 510-сы ҡарары; 30 октябрҙә РСФСР юғары һәм махсус урта белем биреү министрлығының 469-сы — Волгоград дәүләт университетын ойоштороу тураһындағы бойороғо сыға

Уҡыу йорто 1980 йылда асыла; шунда уҡ тәбиғи һәм гуманитар фәндәр факультетыа 5 йүнәлеш буйынса тәүге 250 студент ҡабул ителә.

Артабан 10 институт, ғилми китапхана, 21 фәнни-мәғариф үҙәге, 182 белем биреү программаһы, ғилми нәшриәт һ.б. булдырыла; Волжский һәм Урюпинскиҙа филиалдары асыла.

2012 йылға ҡарата, ВолДУ-ны 40000 кеше тамамлай, 12000 студент, аспирант, докторант, тыңлаусы уҡый, 1800 уҡытыусы һәм хеҙмәткәр эшләй .

Юғары уҡыу йорто Университеттарҙың Евразия ассоциацияһы[5], Рәсәй классик университеттары ассоциацияһы[6], Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының халыҡ-ара ассоциацияһы ағзаһы булып тора[7].

2014 һәм 2015 йылдарҙа университет БРИКС илдәренең иң яҡшы университеттары исемлегенә инә (151-се урын; Quacquarelli Symonds Британия халыҡ-ара консалтинг агентлығы версияһына ярашлы). М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Санкт-Петербург дәүләт университеты, Кельн университеты, Сорбонна, Инхолланд (Нидерланд) һәм башҡа университеттар менән партнер булып тора.

2015 йылда юғары уҡыу йорто үҙенең 35-йыллығын билдәләй, уҡыу йылы башында 1300-ҙән ашыу студентты ҡабул итә. Йыл аҙағына Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының 2015 йылдың 30 декабрендәге 1558 һанлы бойороғо менән университетҡа Волгоград дәүләт социаль-педагогия университеты ҡушыла. Әммә бер йылдан һуң, 2016 йылдың 21 декабрендә был бойороҡ юҡҡа сығарыла.

Волгоград дәүләт университетының төп корпусы.

Институттары һәм факультеттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет структураһына түбәндәге факультеттарҙың статусы үҙгәреүе юлы менән 9 институт инә:

  • Иҡтисад һәм финанс институты
  • Филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институты
  • Өҫтәмә белем биреү институты
  • Тарих, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм социаль технологиялар институты
  • Төбәк иҡтисад һәм идара итеү институты
  • Хоҡуҡ институты
  • Математика һәм информацион технологиялар институты
  • Тәбиғи фәндәр институты
  • Өҫтөнлөклө технологиялар институты

Университет структураһына Волжский гуманитар институты инә (Волжский ҡалаһы; директоры — Севостьянов Максим Владимирович)[8].

Шулай уҡ Урюпинскийҙа филиалы эшләй[9], 2015 йылда ябыла[10][11].

ВолДУ-ның Дондағы Калачта, Михайловкала, Фроловола, Ахтубинскҙа факультеттары була; Волгоград өлкәһе хакимиәте уҙғарған Волгоград вуздарының ситтән тороп уҡыу филиалдарын бөтөрөү буйынса реформаһы барышында ябылалар.

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының 2016 йылдың ғинуарындағы 1558 һанлы бойороғо менән Волгоград дәүләт университеты составына Волгоград дәүләт социаль-педагогия университетының Михайловкалағы филиалы инә[12], әммә 2016 йылдың 21 декабрендә бойороҡ ғәмәлдән сығарыла[13].

Фәнни тикшеренеүҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә, бик күп ғилми мәктәптәр эшләй[14].

Дөйөм университет бүлексәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революцияға тиклемге баҫмалар, XX быуаттың 20-30-сы йылдарындағы документтар тупланған һирәк китаптар бүлеге һәм художество ҡиммәте булған хәҙерге заман китаптарынан торған ҙур китапханаһы бар. Ғилми китапхананың һәр фонды 903 самаһы дананан тора һәм электрон-фәнни-мәғрифәт баҫмалары менән тулылана.

Уҡыусылар Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондының Электрон китапханаһы ресурстарын: журналдарҙы, баҫмаларҙы, белешмә һәм мәғлүмәт базаһын ҡуллана[15].

ВолДУ-ның 1995 йылда ойошторолған нәшриәте бар, унда йыл һайын 25 мең дананан ашыу баҫма продукция сығара[16].

1996 йылдан «Вестник Волгоградского государстенного университета» фәнни журналы сыға.

2001 йылдан «Исследования молодых учёных» дисциплина-ара ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы нәшер ителә.

Музей фонды 1996 йылда ректор О. В. Иншаков инициативаһы буйынса булдырыла (1997 йылда асыла), 2500-ҙән ашыу экспонат иҫәпләнә. Музей комплексын үҙ эсенә ВолДУ тарихы музейын, Курсант полктары музейын, Академик В. И. Борковскийҙың кабинет-музейын, Археология, антропология, этнология музейын ала[17].

Университеттың барлыҡҡа килеүе, аяҡҡа баҫыуы һәм барлыҡ тормошо тарихы сағылдырыла: университет төҙөлөшө, ректораты, структура подразделениелары, ғилми һәм спорт эшмәкәрлеге, факультеттар һәм фәнни мәктәптәр. Музей витриналары һәм стендтарында ВолДУ тарихы менән бәйле кешеләр тураһында һөйләгән материалдар урынлаштырылған. Музей экспозицияһы тулыландырыла.

Комплекс шулай уҡ «Университет тормошо хроникаһын» төҙөү менән шөғөлләнә; 2005—2009 йылдар ваҡиғаларын үҙ эсенә алған беренсе китап университеттың 30-йыллығына ҡарата 2010 йылда сыға.

Билдәле уҡытыусылар һәм студенттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Волгоград дәүләт университетының билдәле уҡытыусылары: Владимир Кучма, София Лопушанская, Владимир Миклюков (математик, «Сверхмедленный процесс» лабораторияһына нигеҙ һалыусы), Анатолий Скрипкин, Джучи Туган-Барановский, Игорь Тюменцев.

  1. Directory of Open Access Journals — 2003.
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=217.149.176.0%20-%20217.149.179.255&type=inetnum
  4. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:6d0:ffe0::/48&type=inet6num
  5. Список университетов — членов ассоциации. Евразийская ассоциация университетов. Дата обращения: 18 сентябрь 2015.
  6. Члены-учредители АКУР. Ассоциация классических университетов России (АКУР). Дата обращения: 18 сентябрь 2015.
  7. Члены МАПРЯЛ. Международная ассоциация преподавателей русского языка и литературы (МАПРЯЛ). Дата обращения: 18 сентябрь 2015. Архивировано 24 октябрь 2015 года. 2015 йыл 24 октябрь архивланған.
  8. Волжский гуманитарный институт — Информация. Официальный сайт ВГИ ВолГУ. Дата обращения: 18 сентябрь 2015. 2019 йыл 13 сентябрь архивланған.
  9. Урюпинский филиал ВолГУ. Официальный сайт. Дата обращения: 18 сентябрь 2015. Архивировано 21 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 21 сентябрь архивланған.
  10. В Урюпинске закрыли филиал Волгоградского государственного университета. «Блокнот-Волгоград» (21 август 2015). Дата обращения: 18 сентябрь 2015.
  11. В Урюпинске закрывают филиал ВолГУ. Mail.ru (21 август 2015). Дата обращения: 18 сентябрь 2015. Архивировано 16 октябрь 2015 года. 2015 йыл 16 октябрь архивланған.
  12. Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 30 декабря 2015 г. № 1558 «О реорганизации федерального государственного автономного образовательного учреждения высшего образования «Волгоградский государственный университет» и федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего профессионального образования «Волгоградский государственный социально-педагогический университет». Министерство образования и науки Российской Федерации, официальный сайт. Дата обращения: 16 ғинуар 2016. Архивировано 23 сентябрь 2016 года. 2016 йыл 23 сентябрь архивланған.
  13. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  14. Ведущие научные школы и направления Волгоградского государственного университета. Официальный сайт ВолГУ. Дата обращения: 18 сентябрь 2015.
  15. Библиотека ВолГУ — О библиотеке. Официальный сайт ВолГУ. Дата обращения: 18 сентябрь 2015. 2016 йыл 26 август архивланған.
  16. Издательство. Официальный сайт ВолГУ. Дата обращения: 18 сентябрь 2015.
  17. Музейный комплекс. Официальный сайт ВолГУ. Дата обращения: 18 сентябрь 2015.
  • Волгоградский государственный университет: люди, события, факты, 1980—1999. — В.: Волгоградский гос. университет, 2000. — С. 260. — ISBN 5-85534-314-6, 9785855343144.
  • Высшее профессиональное образование в России. — М.: ООО "ОКВ «Образование и карьера», 2014. — С. 274. — ISBN 5-94701-037-2, 9785947010374.
  • Ханников А. А. Крупнейшие города России: Волгоград. — М.: ЛитРес, 2005. — С. 119. — ISBN 5-457-17873-0, 9785457178731.