Бурыш
Уҡыу көйләүҙәре
Бурыш | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Chondrostoma nasus (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||
|
Бурыш, борож,бурсы, бурыс, түбән ауыҙ, һалбыр ауыҙ (лат. Chondrostoma nasus, рус. подуст) — саҙандар төркөмөнә кергән йылға балығы. Һырты һоро, йә иһә ҡарағусҡыл, туше менән ян-яҡтары аҡ төҫтә. Ҡойроҡ йөҙгөстәре буҙ, ҡарағусҡыл төҫтә. Ҡалған өлөштәре — һарғылт йә иһә ҡыҙғылтыраҡ төҫтә була. Бурыштың ауырлығы кәм тигәндә бер килограмға етә, оҙонлоғо 50 см.
Тереклек итеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәҡәт тәрән һыу төбөндә йәшәй. Йылғалар тамағында, таҙа, ҡомло һәм таллы урындарҙа осрай. Яр ситенә бик яҡын килмәй. Ярҙан, шаршыларҙан файҙаланып та ҡармаҡларга була. Уның ыуылдырыҡ сәскән мәле май айына тура килә. Таҙа һыуҙа йөҙөргә ярата. Ҡояшлы көн оҙоно яҡшы сиртә. Уға селәүсен, себен һәм ҡыҙыл ҡортто ем итеп файҙаланалар. Бурышты шулай уҡ үҫемлек емдәргә лә ҡармаҡларға мөмкин.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бурыш: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL)
- «Позвоночные животные России»: обыкновенный подуст 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.