Nothing Special   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Бауыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кеше бауыры

Бауыр (лат. jecur, jecor, hepar, бор. грек. ἧπαρ) — умыртҡалылар организмында үт бүлеп сығарыу, матдәләр алмашыныу һәм башҡа ҡайһы бер процесстарҙы башҡара торған эске ағза. Бауыр диафрагма аҫтында, ашҡаҙандың уң яғында урынлашҡан.

Ашалған аҙыҡты эшкәртеүҙә бауыр ифрат ҙур роль уйнай. Ул нәҙек эсәккә үҙенсәлекле шыйыҡса — аҙыҡты эшкәртеү өсөн бик тә кәрәкле булған үт бүлеп сығара. Уның үт юлдары нескә эсәктең беренсе элмәгенә асыла, ҡорһаҡ ярыһының йыйырсаһында урынлашҡан. Бауыр — иң ауыр эске ағза. Уның ауырлығы уртаса 1,5 кг тәшкил итә.

Кешенең төп эске ағзалары, алдан күренеш. № 4 — бауыр

Бауыр ике өлөштән тора: уң һәм һул. Уң өлөш тағы ике икенсел өлөшкә (квадрат һәм ҡойроҡло) бүленә. Клод Киуно (1957) тәҡдим иткән хәҙерге сегментлы схема буйынса бауыр, уң һәм һул өлөштәрҙе барлыҡҡа килтергән, һигеҙ сегментҡа бүленә. Бауыр сегменты — бауыр паренхиманың пирамидаль киҫәге, уның ҡан менән ярайһы уҡ айырым тәьмин ителеше, иннервацияһы һәм үт сығыу юлдары бар.

Бауырҙың гистолик төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паренхима өлөшлө. Гепатик Бауыр булкәһе — бауырҙың структур һәм функциональ берәмеге. Бауыр бүлкәһенең төп структур компоненттары:

  • бауыр пластинкалары (гепатоциттарҙың радикаль рәттәре);
  • бүлкәләр эсендәге синусоид гемокапиллярҙар (бауыр өрлөктәре араһында);
  • бауыр өрлөктәре һәм 2 ҡатламлы гепатоциттар араһында үт капиллярҙары (лат. ductuli beliferi);
  • Перисинусоид Диссе арауығы (бауыр өрлөктәре һәм синусоидлы гемокапиллярҙар араһында ярыклы арауыҡ);
  • үҙәк вена.

Строма тышҡы тоташтырғыс туҡыма капсулаһынан, РВСТ-ның өлөштәр араһындағы ҡатламдарынан, ҡан тамырҙарынан, нервы аппаратынан тора.

Бауыр булкәһенең ҡоролош схемаһы
  • Бауыр май, углевод, аҡһым, минераль матдәләр алмашыныуы өсөн яуап бирә, ҡан ойошоуҙа ҡатнашыусы матдәләр һәм шулай уҡ аҙыҡ эшкәртеүҙә кәрәкле булған матдә — үт эшләп сығара.
  • Аҙыҡ эшкәртеү барышында барлыҡҡа килгән глюкоза эсәк стеналары аша ҡанға һеңә һәм уның менән бауырға килә, ә унан организмдың барлыҡ туҡымаларына тарала. Организм артыҡ углеводтарҙы бауырҙа гликоген рәүешендә туплай. Бауыр күҙәнәктәрендә гликоген 5 процентҡа тиклем етә. Бер ашауҙан икенсеһенә тиклем арала күҙәнәктәрҙә глюкоза сарыф ителгән һайын запас гликоген глюкозага әүерелә. Был матдәләр алышыныуы кеше организмында инсулин тигән гормон ярҙамында бара. Инсулинды ашҡаҙан аҫты биҙе етештерә, уның эшсәнлеге боҙолғанда шәкәр ауырыуы барлыҡҡа килә.
  • Төрлө сит матдәләрҙе (ксенобиотиктарҙы), атап әйткәндә, аллергендарҙы, ағыуҙарҙы һәм токсиндарҙы зарарһыҙ, аҙыраҡ ағыулы йәки еңел сығармалы берләшмәләргә әйләндереп зарарһыҙландырыу; түл бауырының функцияһы әһәмиәтһеҙ, сөнки уны плацента башҡара; Бауырҙың махсус ферменттары алкоголде 1 кг кеше ауырлығына 0,1 г/сәғ. тиҙлегендә 90 процентка һыу һәм углекислый газға тарҡата.
  • Артыҡ гормондар, медиаторҙар, витаминдар, шулай уҡ ағыулы аралыҡ һәм һуңғы метаболик продукттарын (аммиак, фенол, этанол, ацетон һәм кетон кислоталары) зарарһыҙлардырыу һәм организмдан сығарыу;
  • Тиҙ мобилизацияланған энергия запастарын гликоген рәүешендә тулыландырыу һәм һаҡлау; углевод матдәләр алмашыныуын көйләү;
  • Ҡайһы бер витаминдар депоһын тулыландырыу һәм һаҡлау, шулай уҡ ҡайһы бер микроэлементтар (тимер,баҡыр, кобальт һәм башҡалар) катиондары депоһын. Бауыр А, В, С, D, E, К, РР витаминдары һәм фолий кислотаһы алмашыныуында туранан-тура ҡатнаша;
  • Холестерин һәм уның эфирҙары, липидтар һәм фосфолипидтар, липопротеиндар синтезы һәм липидтар алмашыныуын көйләү;
  • үт кислоталары һәм билирубин синтезы, үт һуты етештереү һәм сығарылыш;
  • Гормондар синтезы (мәҫәлән, инсулинға оҡшаш үҫеү факторҙары)

Бауырҙың ҡан менән тәьмин итеү үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бауырҙы ҡан менән тәьмин итеү үҙенсәлектәре уның детоксикациялау мөһим биологик функцияһын сағылдыра: аҙыҡ менән эләккән ағыулы матдәләр, шулай уҡ микроорганизмдарҙың ҡалдыҡ продукттары (скатол, индол һ.б.) менән эсәктәрҙәге ҡан бауырға верот венаһы (v. portae) аша килтерелә. Артабан верот венаһы бәләкәйерәк булкә-ара веналарға бүленә. Бүлкә-ара артерияларға тармаҡланып, артериаль ҡан бауырға үҙ бауыр артерияһы (а. гепатик проприацияһы) аша килә. Бүлкә-ара артериялар һәм веналар ҡанға синусоидтар сығара, унда ҡатнаш ҡан аға башлай, һәм уның дренажы үҙәк венала була. Үҙәк веналар бауыр веналарына һәм артабан аҫҡы ҡыуыш вена тупланалар.

Токсиндарҙы зарарһыҙлардырыу механизмы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бауырҙағы матдәләрҙе зарарһыҙлардырыу уларҙың химик модификацияһында тора, ул ғәҙәттә ике фазаны үҙ эсенә ала. Беренсе фазала матдә окисланыуға, тергеҙелеүгә йәки гидролизға дусар була. Икенсе фазала яңы барлыҡҡа килгән әүҙем химик төркөмдәргә ниндәйҙер матдә беркетелә. Бындай реакциялар конъюгация реакциялары тип атала, ҡушылыу процесы конъюгирование тип атала. Шулай уҡ бауырға ағыулы матдәләр ингәндә, һуңғыһының күҙәнәктәрендә агрануляр ЭПС майҙаны арта, был уларҙы зарарһыҙлардырыу мөмкинлеген бирә.

Иң йыш осораған бауыр ауырыуҙары — цирроз һәм төрлө гепатиттар. Гепатит — ул бауырҙың ялҡынһыныуы. Бөгөнгө көндә вируслы гепатиттың 6 төрө: А, B, C, D, E һәм G билдәле. эсәк (А,Е) һәм парентераль (В, С, В, F) гепатиттары була. Донъяла 600 миллиондан артыҡ кеше В һәм С хроник гепатиттарынан интегә.

А гепатиты йоҡторғанда ауырыуҙың йәшерен осоро — 2 аҙнаннан 4 аҙнаға тиклем, В гепатитында 2 айҙан 6 айға тиклем була. Вирус организмға яраҡлаша, шунда үрсей. Ауырыуҙың беренсе симптомы — тәнгә һары таптар сыға, был билирубин, үт пигменты — бауыр эшләп сығара торған буяу матдәһе. Тирелә һары таптар күренгәнсе, температура күтәрелә, баш ауырта, тән һыҙлай, хәл бөтә башлай. В һәм С гепатиттары күпселек осораҡта һиҙҙермәйенсә, әҙ генә температура күтәрелеү, быуындар ауыртыу, тәнгә таптар сығыу менән башлана. Бер нисә көндән һуң аппетит юғалыу, бауыр яғында ауыртыу барлыҡҡа килеү, күңел болғаныу, ҡоҫоу, бәүелдең ҡара төҫкә кереүе күҙәтелә. Бауыр һәм талаҡ ҙурая. В гепатиты 5-10 процент осраҡта ғына, ә С гепатиты — 60—75 процент осраҡта хроник формаға күсә.

1992—2012 йылдарҙа Рәсәйҙә В гепатиты менән ауырыусылар һаны — 2,4 тапҡыр, С гепатиты булғандар 6,4 тапҡыр артҡан. B һәм C вирус гепатиттарының таралыуы инъекция аша наркотик ҡулланыусыларҙың күбәйеүе менән аңлатыла. Бигрәк тә 15—29 йәштәгеләр араһында. Наркомания медицина проблемаһын социаль проблемаға әйләндерә. В һәм С гепатиттары киҫкен һәм хроник формала булырға мөмкин. Ауырыу сығанағы — гепатит менән ауырыусы. Ауырыу бигерәк тә енси юл менән киң тарала. Быларҙан тыш, В һәм С гепатиты бала тапҡанда ауырыу әсәнән балаға күсергә, кешегә вирус менән зарарланған ҡан һалғанда, стерилләштерелмәгән хирургия һәм стоматология ҡоралдары менән файҙаланғанда, шприцтар һәм башҡалар ҡулланғанда ла йоға. Был юл менән зарарлану өсөн ҡандың 0,0001 миллилитры ла етә[1]

С гепатиты менән ауырығанда, хәлһеҙлек, даими арығанлыҡ ҡына һиҙелергә мөмкин.

Вируслы гепатиттарҙан дауаланыу — оҙайлы процесс. Дауаланмаған осраҡта сир цирроз һәм бауыр рагына килтерергә мөмкин. Бигерәк тә С гепатиты бауыр туҡымаларына ауыр тәьҫир итә. Юҡҡа ғына уны СПИД менән тиңләмәйҙәр. Вируслы гепатит менән ауырыусы йәки вирус йөрөтөүсө даими табип күҙәтеүе аҫтында булырга һәм дауаланып торорға тейеш. Дауаланыу ни тиклем иртәрәк башланһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Табип ауырыуға организмды кәрәкле аҡһым, май, углеводтар менән тәьмин итә торған махсус диета тәҡдим итә. Күберәк витаминдар ҡулланыу, тыныслыҡты һаҡлау талап ителә.

Гепатиттан һаҡланыу саралары: ҡайнамаған һыу эсмәү, йәшелсә һәм еләк-емеште яҡшылап йыуып ашау, ризыҡты яҡшылап бешереү. В гепатитына ҡаршы иң ышаныслы сара — прививка яһатыу. А гепатитына ҡаршы ла вакциналар бар. С гепатитына ҡаршы ул әлегә юҡ.

Бауыр циррозының иң йыш сәбәптәре — хроник эскеселек (20 алып 95 % осраҡҡа тиклем), вируслы гепатит, бауырҙа гельминттар һәм ябай микроорганизмдар булыуы (мәҫәлән, трихомонада).

Бауырҙа иҫерткес матдәләрҙең 95 проценты зарарһыҙландырыла. Спиртлы эсемлектәрҙе күп ҡулланыу арҡаһында бауыр ҙурая, цирроз ауырыуы барлыҡҡа килә. Организмда спирттың тарҡалыуын тәьмин итергә тейешле бауыр ҙур көсөргәнешлекте күтәрә алмай, унда үҙгәрештәр килеп сыға, был циррозға килтерергә мөмкин.

Бауыр яман шеше — ауыр сир. Кешегә тәьҫир иткән шештәр араһында был сир етенсе урында. Күпселек тикшеренеүселәр бауыр яман шеше хәүефенең артыуы менән бәйле бер нисә факторҙар айыралар. Уларға: бауыр циррозы, В һәм С гепатит, паразит инвазиялары, спиртлы эсемлектәр эсеү, ҡайһы бер канцерогендар (микотоксиндар) менән бәйләнеш һәм башҡалар инә.

Яман булмаған аденомаларҙың, бауырҙың ангиосаркомаларының, гепатоцеллюляр карциноманың барлыҡҡа килеүе кешегә андроген стероидлы контрацептивтар һәм анаболик препараттар тәьҫире менән бәйле.

Бауыр гемангиомалары — бауыр тамырҙары үҫешендәге аномалиялар.