Nothing Special   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Дон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дон
Воронеж өлкәһендәге Дон
Воронеж өлкәһендәге Дон
Характеристика
Оҙонлоғо 1870 км
Бассейн 422 000 км²
Һыу сығымы 680 м³/с (тамағында (Раздорская ст.))
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Новомосковск ҡ. (Тула өлкәһе),
Урта урыҫ ҡалҡыулығы
 · Бейеклеге 180 м
 · Координаталар 54°00′44″ с. ш. 38°16′40″ в. д.HGЯO
Тамағы Азов диңгеҙенең Таганрог ҡултығы
 · Урынлашыуы Азов ҡ. (Ростов өлкәһе)
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 47°05′11″ с. ш. 39°14′19″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 0,096 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Азов диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
РДҺР 05010100312107000000014
Дон (Рәсәй)
Точка
Точка
Дон (Рәсәйҙең Европа өлөшө)
Точка
инеше
Точка
тамағы
— инеше, — тамағы
Дон Викимилектә

Дон (бор. грек. Τάναις — Танаис[1]) — Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылға. Оҙонлоғо — 1870 км, бассейн майҙаны — 422 000 км²[2].

Дондың инеше Урта урыҫ ҡалҡыулығының төньяҡ өлөшөндә, бейеклеге диңгеҙ кимәленән яҡынса 180 м тәшкил иткән Тула өлкәһенең Новомосковск ҡалаһында урынлашҡан[3][4][5].

Донда миллионлы ике ҡала бар: Дондағы Ростов, Воронеж — Воронеж йылғаһының Дон йылғаһына ҡойған урынында.

Атамаһының килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дон атамаһының тамыры арий теленә барып тоташа *dānu-: авест. dānu «йылға», иҫке һинд теле dānu «тамсы, ысыҡ, һарҡынты шыйыҡса»[6][7]. Йылғаның русса атамаһы — шул уҡ тамырлы скиф-сармат һүҙе dānu. Скиф-сармат теленең вариҫы булған осетин телендә дон («йылға, һыу») тигән һүҙ бар. В. И. Абаев фекеренсә, «дāн → дон күсеүе XIII—XIV быуаттарҙа булған. Ул саҡта осетиндар (аландар) Рәсәйҙең көньяғында күпләп йәшәмәй. Шуға күрә рус формаһы Донды хәҙерге осетин доны менән туранан-тура бәйләп булмай»[7], был һүҙҙәр скиф-сармат теле аша ҡәрҙәш.

Тарихи Алания өлөштәренең береһе булған Осетияла бөгөнгәсә бөтә йылғалар ҙа аҙағында — дон морфемаһы менән яҙыла: Ардон, Фиагдон, Урсдон, Кармадон һ. б. Днепр, Днестр, Донец йылғалары һәм, бәлки, Дунай ҙа оҡшаш скиф-сармат эсығышлы[8][9], сөнки улар скифтар йәшәгән территорияларҙа урынлашҡан.

Донец — Дон атамаһының боронғо рус телендә барлыҡҡа килгән иркәләү-кесерәйтеү формаһы. Был атама менән бер нисә йылға бар, уларҙың күбеһе Дон бассейнында: Төньяҡ Донец, Липовый Донец, Үле Донец, Сажной Донец, Ҡоро Донец. Донец — Уда йылғаһының боронғо урыҫ (X—XIV быуаттар) атамаһы.

Боронғо авторҙар, шул иҫәптән Геродот, Донды Танаис тип атай (боронғо грек. Τάναϊς)[10]. Геродот, ә һуңыраҡ Страбон да Танаисты төньяҡ өлкәләрҙән аҡҡан йылға тип һүрәтләй. Страбон Феофан Митиленскийҙың Танаистың башы Кавказда, тигән фекерен хаталы тип һанай[11].

Ҡара диңгеҙ буйындағы һыу баҫыу теорияһына ярашлы, боронғо Аҙау диңгеҙе булмаған. Ул ваҡытта Дон Ҡара диңгеҙгә хәҙерге Керчь боғаҙы районында ҡоя. Н. К. Верещагин 1954 йылда Дондағы Ростовтың көнбайыш ситендәге Левентовский карьерында Paracamelus alutensis № 35676 төрө дөйәһенең метатарсаль һөйәге фрагментын таба. Ул урта виллафранканың аҙағына ҡарай[12][13].

Дон тураһында тарихҡаса тиклемге осорға ҡағылышлы мәғлүмәтте Риттер үҙенең «Vorhalle»һында бирә.

Полибийға Дон сығанаҡтары билдәһеҙ. Пейтингерҙың картаһында Дон, Меотиан күленә (Аҙау диңгеҙе) ҡойһа ла, уның сығанаҡтары океандың иң ярындағы ниндәйҙер тауҙа ята, ә уның сығанағында картала «Европаны Азиянан айырып торған Танаис йылғаһы» тип яҙылған.

Святослав үҙенең дружинаһы менән хазарҙарға ҡаршы походта Дон буйлап төшә. Киев Русендә Донец тип хәҙерге Донец түгел, ә Уда йылғаһы аталған[14]. Үҙ сиратында, хәҙерге Донецты ул ваҡытта Дон тип йөрөткәндәр.

Б. А. Рыбаков фекеренсә, «Игорь полкы тураһында һүҙ»ҙә Донецтар телгә алына. Ғәмәлдә Удаға (атап әйткәндә, кенәз Игорь Святославичтың йылға менән диалогы) ҡарай, ә Дон тураһында әйтелгән һүҙ Донецка ҡарай[15].

Дондың башы
Дон бассейны

Дондың башы Үҙәк Рус ҡалҡыулығының төньяҡ өлөшөндә, диңгеҙ кимәленән яҡынса 230 м бейеклектә урынлашҡан[16]. Элек йылғаның башланыу урынын Иван күле тип ҡабул ителгән була (шуға күрә йылғаның үҙен Дон Иванович тип йөрөткәндәр; ысынында иһә Дон Иван күленән башланмай). Һуңынан, Тула өлкәһенең Новомосковск ҡалаһынан төньяҡтараҡ Шат һыуһаҡлағысы төҙөлгәс, Иван күле уның эсендә ҡала. Йыш ҡына Дон сығанағы итеп Шат һыуһаҡлағысын атайҙар, әммә уны йылғанан тимер юл дамбаһы кәртәләп тора.

Хәҙерге ваҡытта Урванка шишмәһенең (йәки йылғаның) сығанағын Дондың башланған урын тип иҫәпләйҙәр, ул Новомосковск балалар паркынан[17] 2—3 км көнсығышта урынлашҡан. Был урында «Дон сығанағы» архитектура комплексы бар. Был комплекстағы сығанаҡ яһалма, ул һыу менән тәьмин итеү селтәренә тоташҡан[18][19].

Үҙәне һәм йырҙаһы характеры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дон йылғаһының үҙәне һәм йырҙаһы тигеҙлек йылғалары өсөн типик.

Дондың үҙәне, өлкәләге башҡа йылғалар кеүек үк, асимметрик төҙөлөшлө. Уң яры — бейек һәм текә, ә һул яры — һөҙәк һәм уйһыу.

Дондың ҙур бөгөлө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дондың Бөйөк бөгөлө — Серафимовичтан (элек Усть-Медведицкая станицаһы) Дондағы Калачҡа тиклем, шулай уҡ йылға менән уратып алынған урын. Был районда Дон көнсығышҡа табан ағымдың дөйөм йүнәлешендә бер нисә киҫкен бөгөлөш яһай, артабан ҡапыл көньяҡҡа борола һәм Волга менән араһы 60 километр ҡала. Волга кимәленән 40 метр бейеклектә аға.

Ҙур бөгөл бәләкәй бөгөлдәр системаһына бүленә. Икенсел , өсөнсөл, дүртенсел бөгөлдәр бар.

Донда суднолар тамағынан үргә ҡарай (1590 км) Воронежға тиклем йөрөй. Даими навигация Лиски ҡалаһына тиклем (1355 км).

Беҙҙең эраның беренсе мең йыллыҡтарҙа бында Волгодонск үткәүеле барлыҡҡа килә. Был юл 1952 йылға тиклем эшләй (йылғалар араһында Волга-Дон каналы төҙөлгәнгә тиклем).

Цимлянск станицаһы янында оҙонлоғо 12,8 км булған быуа төҙөлә. Ул йылғала һыу кимәлен 27 метрға күтәрә һәм Голубинскийҙан Волгодонскиға тиклем һуҙылған Цимлянск һыуһаҡлағысы барлыҡҡа килә, уның дөйөм һыйҙырышлығы 21,5 км² (файҙалы ҡеүәте — 12,6 км²) һәм майҙаны 2600 км² тәшкил итә. Быуа эргәһендә гидроэлектростанция урынлашҡан. Цимлянск һыуһаҡлағысы һыуы Саль далаларын һәм Ростов, Волгоград өлкәләренең далаларын һуғарыу өсөн ҡулланыла.

Цимлянск ГЭС-ынан 130 саҡрымға яҡын алыҫлыҡта, суднолар йөрөү өсөн кәрәкле тәрәнлек өс гидроузел: Николаевский, Константиновский һәм Кочетовский ярҙамында башҡарыла[20]. Иң боронғоһо һәм иң билдәлеләре — Кочетово гидроузелы Северский Донец йылғаһының Дон йылғаһына ҡойған ерҙән 7,5 км түбәнерәк урынлашҡан (йәғни Дондағы Ростов ҡалаһынан 131 км үрҙә)[21]. Ул 1914—1919 йылдарҙа төҙөлгән[22] һәм 2004—2008 йылдарҙа реконструкцияланған. Реконструкция барышында шлюздың икенсе һыҙығы өҫтәлә[23][24].

Кочетово гидроузелынан аҫтараҡ быуалар юҡ, ә суднолар йөрөшө тәрәнлеге системалы драга ярҙамында һаҡлана[20].

Иң ҙур ҡушылдыҡтары:

Төньяҡ Донец (уң): оҙонлоғо — 1016 км, бассейн майҙаны — 99 600 км²; Хопёр (һул): оҙонлоғо — 1008 км, бассейн майҙаны — 61 100 км²; Медведица (һул): оҙонлоғо — 764 км, бассейн майҙаны — 34 700 км².

Дондағы географик объекттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дон дельтаһының ҙур ҡултыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инешенән тамағына тиклем ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дон йылғаһына Серафимович күперенән күренеш
Воронеж өлкәһенең Сторожевое ауылында Дон

Новомосковск Данков Лебедянь Задонск Семилуки Воронеж Нововоронеж Лиски Павловск Серафимович Дондағы Калач Волгодонск Цимлянск Константиновск Семикаракорск Аксай Дондағы Ростов Аҙау Новочеркасск (уң тармағында).

Цимлян ГЭС-ы

Дон йылғаһында балыҡтарҙың 67 төрө бар. Шул уҡ ваҡытта йылғаның бысраныуы һәм көслө рекреацион йөкләнеш арҡаһында йылғала балыҡ запасы кәмегән. Балыҡтарҙың ваҡ төрҙәре: алабуға, сабаҡ, ҡыҙылғанат, табан (балыҡ), ағасаҡ йышыраҡ осрай, ә урта һәм ҙур төрҙәре (ҡорман, һыла, суртан) хәҙер һирәгерәк осрай.

Ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеше эшмәкәрлеге, башлыса далаларҙы һөрөп, Дон бассейнында элек киң таралған хайуандарҙың: ҡырағай аттарҙың, дала антелоптарының, мармоттарҙың һәм башҡа бик күп хайуандарҙың юҡҡа сығыуына килтерә. Егерме быуаттың алтмышынсы-етмешенсе йылдарында Дон йылғаһының айырым ҡушылдыҡтарында, нигеҙҙә, Оскол йылғаһы буйында, байбаҡтар, ҡоралайҙар, ҡыр ҡабандары ҡайһы берҙәрендә йофар осратырға мөмкин булған. Хәҙерге ваҡытта йылға бассейнындағы һөтимәрҙәрҙән түбәндәге кимереүселәрҙе осратырға мөмкин: йылға ҡондоҙо, ялман, йомран һәм сысҡанды, йыртҡыс йылға ҡондоҙо, шәшке, дала һәм урман көҙәнен күрергә мөмкин. Йылға бассейнында әле лә ярғанаттар йәшәй.

  1. Дон (река в Европ. части СССР) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. «Дон» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Василий Песков. Дон в колыбели. Дата обращения: 16 октябрь 2010. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  4. Сергей Новиков. ПРОПАЛ ИСТОК ДОНА. Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано 23 август 2011 года.
  5. Про реку Дон. Исток. Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано 23 август 2011 года.
  6. Дон // Этимологический словарь русского языка М. Фасмера
  7. 7,0 7,1 Абаев В. И. Историко-этимологический словарь осетинского языка. — М.—Л.: АН СССР, 1958. — Т. 1. — С. 366—367.
  8. Абаев В. И. Историко-этимологический словарь осетинского языка.
  9. Аланы — раздел «Аланские названия в современной Европе»; для Дуная известны другие этимологии, в частности, кельтские (Mallory, J.P. and D.Q. Adams. The Encyclopedia of Indo-European Culture. London: Fitzroy and Dearborn, 1997: 486).
  10. Дон // Дебитор — Евкалипт. — М. : Советская энциклопедия, 1972. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 8).
  11. Подосинов А. В. К вопросу об истоках Танаиса в представлениях античных географов (рус.) // Боспорские исследования. — 2015. — С. 315—324.
  12. Саблин М. В., Гиря Е. Ю. Артефакт из Ливенцовки — Свидетельство присутствия человека на территории Восточной Европы в интервале 2,1 — 1,97 млн лет назад. Древнейшие миграции человека в Евразии. Материалы международного симпозиума.. — Новосибирск: ИАЭ СО РАН, 2009. — С. 166—174.
  13. Саблин М. В., Гиря Е. Ю. К вопросу о древнейших следах появления человека на юге Восточной Европы // Археология, этнография и антропология. — 2010. — № 2 (42).
  14. Саратов И. Рассказ о Северском Донце. № 1-2007. — НиТ. — С. 6, 57-61.
  15. Борис Рыбаков. События 1184—1185 гг., воспетые в «Слове». — М.: Молодая гвардия, 1986.
  16. Единая электронная картографическая основа. Росреестр 2019—2022. pkk.rosreestr.ru. Дата обращения: 10 октябрь 2022.
  17. Василий Песков. Дон в колыбели. Дата обращения: 16 октябрь 2010. Архивировано 29 сентябрь 2010 года.
  18. Сергей Новиков. ПРОПАЛ ИСТОК ДОНА. Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано 18 август 2011 года.
  19. Про реку Дон. Исток. Дата обращения: 11 июнь 2011.
  20. 20,0 20,1 Навигационно-гидрографический очерк. Архивировано из оригинала 29 июнь 2012 года. (АД ГБУВПиС)
  21. Кочетовский гидроузел. www.gssm.ru. Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано 4 ғинуар 2012 года.
  22. Варианты соединения Волги и Дона. www.sarkel.ru. Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано из оригинала 7 март 2017 года.
  23. 25 августа 2005 года заместитель Министра транспорта РФ Александр Мишарин провёл в Ростовской области совещание по итогам осмотра строительства второй очереди Кочетовского гидроузла на реке Дон. www.gssm.ru. Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано 4 ғинуар 2012 года.
  24. Государственная комиссия приняла в эксплуатацию вторую нитку шлюза старейшего на Дону Кочетовского гидроузла. Дата обращения: 22 ноябрь 2008. Архивировано из оригинала 18 август 2011 года. (17.07.2008)

Ҡалып:Дон

Ҡалып:Бассейн Дона Ҡалып:Населённые пункты на Дону


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ