Nothing Special   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Закиров Ринат Закир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
18:56, 21 август 2022 өлгөһө; ZUFAr (фекер алышыу | өлөш) (Биографияһы: Кәлтәү)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Закиров Ринат Закир улы
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 7 июль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Тәтешле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән

Закиров Ринат Закир улы (рус. Закиров Ринат Закирович; 7 июль 1947 йыл) — ғалим-зоотехник, ауыл хужалығы, партия һәм финанс органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1]

Ринат Закир улы Закиров 1947 йылдың 7 июлендә Башҡорт АССР-ының Тәтешле районында Кәлтәү ауылында тыуған.

1978 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1984 йылда Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлай. 1995 йылда, ситтән тороп уҡып, Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институты дипломын ала.

1964 йылда хеҙмәт юлын Урал вагон эшләү заводында токарь булып башлай.

1978-1984 йылдарҙа — Тәтешле районы ауыл хужалығы идаралығында зоотехник, артабан колхоз рәйесе.

1984-1991 йылдарҙа — КПСС-тың Тәтешле район комитетының — икенсе, аҙаҡ беренсе секретары булып эшләй.

1991-1993 йылдарҙа — Башҡортостандың ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары.

1993-1996 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Милли банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары

1996 йылдан — Башҡортостан сәнәғәт банкыһы вице-президенты.

1997 йылдан — Иглин хисаплашыу-касса үҙәге начальнигы.

1997 — 2009 йылдарҙа — Хакасия Республикаһының милли банкыһы рәйесе.

2009 — 2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы милли банкыһы рәйесе урынбаҫары.

2014 йылдың сентябренән — Рәсәй Банкы Урал Дәүләт идаралығы Башҡортостан Республикаһы буйынса милли банкыһының бүлексә идарасыһы урынбаҫары[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 12-се саҡырылыш Юғары Советына Тәтешле районы, 254-се Күрҙем һайлау округынан халыҡ депутаты итеп һайланған[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2008)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991)
  • Башҡортостан «Халыҡтар дуҫлығы» ордены (2017)
  • Рәсәй банкы отличнигы, 2014[4]
  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  2. Закиров Ринат Закирович
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  4. Закиров Ринат Закирович
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.