Nothing Special   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Мәскәү Николай етемдәр институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәскәү Николай етемдәр институты
Нигеҙләү датаһы 1837
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1917
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Московского Николаевского сиротского института[d]
 Мәскәү Николай етемдәр институты Викимилектә

Мәскәү Николай етемдәр институты (1837—1917) — Николаевский сиротский институт - Мәскәүҙә Императрица Мария учреждениелары ведомствоһы ҡатын-ҡыҙҙар уҡытыу-тәрбиә йорто. Мәскәү Тәрбиә йорто нигеҙендә ойошторолған.

Мәскәү Николай етемдәр институты

1837 йылда Мария Фёдоровна вафат булғандан һуң, Тәрбиәүи йорт биналары Николай штаб һәм обер-офицерҙарҙың етем балалары институтын асыу өсөн тапшырылған. Николай институты аҡрынлап бөтә биналарҙы ла тиерлек биләй. 1837 йылдан алып имсәк балалар өсөн ваҡытлыса йәшәү станцияһы булып киткән Тәрбиә йортона ни бары 5-се ҡат ғына ҡала.

Институтҡа аҙ тәьмин ителгән кесе офицер ғаиләләренән, хәрби һәм граждандар хеҙмәттәре чиновниктарынан, шулай уҡ, хәрби хеҙмәттә мәрхүм булған ғалимдарҙың етем һәм ярым етем балалары ҡабул ителә. Тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар һәм ир балалар башланғыс белемгә эйә була, һөнәр ала.

Октябрь революцияһынан һуң Николай институты Хеҙмәт һарайына үҙгәртелә. Уның бинаһын профсоюздар биләгән, бер үк ваҡытта Сабыйҙарҙы һаҡлау йорто һәм Акушерлыҡ институты ла урынлашҡан. Улар 1922 йылда педиатрия институтына берләштерелә, артабан ул Педиатрия НИИ-һы (НИИ педиатрии) булып китә һәм 1962 йылға тиклем шунда ҡала. 1938 йылда бында Хәрби академия урынлаша, артабан Бөйөк Петр исемендәге стратегик тәғәйенләнешле хәрби ракета ғәскәрҙәре академияһы (РВСН академияһы) урынлаша[1].

Мәскәүҙең баш архитекторы Александр Кузьмин «Российская газета» баҫмаһына интервьюла (2009) РФ Федераль Йыйылышының ике палатаһының: Федерация Советының һәм Дәүләт Думаһының Парламент үҙәген тәрбиәүи йорт бинаһында урынлаштырырға тәҡдим итә[2]. Был инициатива хуплау тапмай. 2016 йылда РВСН Академияһын сығарғандан һуң ансамбль буш тора. 2017 йылдың февралендә комплекс федераль милектән Мәскәү өлкәһенә тапшырыла.[3][4] 2017 йылдың майында Мәскәү архитектура бүлеге ҡомартҡыны апартаменттар һәм ҡунаҡхана итеүгә ярҡлаштырып, артабан инвесторға һатыу концепцияһы менән таныштыра.[5] [6] 2017 йылдың июлендә ансамбль аукционға ҡуйылған[7][8]. 29 сентябрҙә төп корпуста янғын сыға.[9].Тәрбиә йорто интерьеры оҙайлы ваҡыт күрһәтелмәй тора, һәм бөгөн дә улар ошолай тиерлек ҡала [10]. 2017 йылдың октябрендә, Мәскәүҙәге Конкурентлылыҡ сәйәсәте буйынса департаменты матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 33 бинаны һатып буйынса конкурста, шул иҫәптән Тәрбиә өйөн, еңеүсе ООО «Горкапстрой-гарант» һатып ала[11][12]. 2018 йылдың мартында Мәскәү ҡалаһының Мәҙәни мираҫ департаменты Тәрбиә йортон реставрациялау буйынса проект документацияһын эшләп бирергә задание биреүҙе һорап заявка тапшырған[13]. 2018 йылдың йәйендә «Горкапстрой-гарант» булған элекке топ-менеджеры «Главстрой» Артур Маркарян девелопер компанияһының яңы хужаһы булып[14].