Nothing Special   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Мурманск арктик дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мурманск арктик дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 1939
Рәсем
Рәсми атамаһы Мурманский государственный педагогический университет - МГПУ, Мурманский государственный гуманитарный университет һәм Мурманский арктический государственный университет
Дәүләт  Рәсәй[1][2]
Административ-территориаль берәмек Мурманск
Уҡыусылар һаны 4000[3]
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][4]
Рәсми сайт masu.edu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Мурманского арктического университета[d]
Карта

Мурманск арктик дәүләт университеты (МАГ) — Мурманск өлкәһенең иң ҙур юғары уҡыу йорто. 1939 йылда нигеҙ һалына. 2017 йылдың апрелендә төбәк терәк университеттарының береһенә әүерелә[5].

Мурманск арктик дәүләт университеты 1939 йылда Уҡытыусылар институты булараҡ ойошторола[6]. 1956 йылда педагогия институты итеп үҙгәртелә, ә 2002 йылда университетҡа әйләндерелә. Мурманск дәүләт педагогия университеты 2010 йылда Мурманск дәүләт гуманитар университеты (МГГУ) итеп үҙгәртелә. 2015 йылда МГГУ Мурманск арктик дәүләт университеты (МАГУ) булып китә[7]. 2017 йылдан МАГУ яңы статус ала — Мурманск өлкәһенең терәк юғары уҡыу йорто.

Университет составына өлкәләге ике филиал, колледж, ике факультет һәм өс институт инә. Уларҙа 6 меңдән ашыу студент белем ала. Юғары уҡыу йорто төрлө өлкә белгестәрен әҙерләүҙе тормошҡа ашыра: физика-математика белеме, тәбиғи һәм гуманитар фәндәр, социаль фәндәр, мәғариф һәм педагогика, сәнғәт һәм мәҙәниәт, иҡтисад һәм идара итеү, хеҙмәтләндереү өлкәһе[8].

Факультеттары һәм институттары

Ижади индустрия һәм эшҡыуарлыҡ институты;
Тәбиғәтте өйрәнеү, физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге факультеты;
Математика, иҡтисад һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты;
Социаль-гуманитар институт;
Психология-педагогика институты;
Дауалау эше.

Корпустары
2-се корпус
  • Егоров урамы, 15 — төп корпус, унда ректорҙың ҡабул итергә бүлмәһе, социаль-гуманитар институт директораты һәм уның өс кафедраһы урынлашҡан.
  • Егоров урамы, 16 адресы буйынса психология-педагогика институты, студенттар офисы, шулай уҡ Ижади индустрия һәм эшҡыуарлыҡ институты урынлашҡан.
  • Ленин урамы, 57 адресы буйынса математика, иҡтисад һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты урынлашҡан.
  • Коммуна урамы, 9 адресы буйынса урынлашҡан корпуста тәбиғәтте өйрәнеү, физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге факультеты, шулай уҡ социаль-гуманитар институттың ике кафедраһы урын алған.
Филиалдары
  • Апатиттарҙа Мурманск арктик дәүләт университетының филиалы (Петербург дәүләт университеты базаһында асыла)
  • Кировск ҡалаһындағы филиалы (Хабинск техник колледжы базаһында асыла)
  • Борухович Владимир Григорьевич
  • Бубенец Виталий Николаевич

Билдәле студенттары һәм тамамлаусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бон (Бондарев) Александр Сергеевич — йырсы.
  • Гоман Алексей Владимирович — йырсы.
  • Иващенко Инга Валентиновна — ҡурсаҡтар буйынса рәссам.
  • Круглов Лариса Николаевна — еңел атлет.
  • Лазарев Иван владимирович — санала уҙышыусы.
  • Новиков Павел Владимирович — театр һәм кино актеры.
  • Рожков Сергей Леонидович — биатлонсы.
  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  3. https://www.masu.edu.ru/en/about/masu/
  4. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  5. * Список опорных вузов в России пополнили 22 региональных университета // Интерфакс, 18.04.2017
  6. История университета - МАГУ. www.masu.edu.ru. Дата обращения: 4 декабрь 2017.
  7. Мурманский арктический государственный университет - МАГУ. www.masu.edu.ru. Дата обращения: 4 декабрь 2017.
  8. Об университете - МАГУ. www.masu.edu.ru. Дата обращения: 22 ноябрь 2019.