Nothing Special   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Сократ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сократ
Σωκράτης
Тыуған көнө

- 469 тирәһе

Тыуған урыны

Афина

Вафат көнө

б. э. т. 399({{padleft:-399|4|0}})

Вафат булған урыны

Афина

Мәктәп/традиция

Грек философияһы, Сократ мәктәбе

Основные интересы

Эпистемология, Этика

Оказавшие влияние

Анаксагор, Парменид, Продик

Испытавшие влияние

Платон, Ксенофонт, Аристотель, күпселек көнбайыш философтары

Сокра́т (469 б.э.т. тирәһендә, Афина — 399 б.э.т., Афина) — Боронғо Греция философы. Уның тәғлимәте материалистик натурализмдан идеализмға боролошто билдәләй. Сәйәси дошмандар тарафынан язалап үлтерелгән. Уның эшмәкәрлеге — антик фәлсәфәнең һынылыш моменты. Ул, үҙенең төшөнсәләрҙе анализлау ысулы (майевтика, диалектика) һәм яҡшылыҡты белемгә тиңләшеүе менән философтарҙың иғтибарын кеше шәхесенең әһәмиәтенә йүнәлткән.

Сократ тураһында сығанаҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сократтың атаһы Афинала һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә торған кеше булған. Сократ үҙе бер нәмә лә яҙып ҡалдырмаған. Ул үҙенә кәсеп итеп урамдарҙа, майҙандарҙа кешеләргә вәғәҙ һөйләп, уларҙы хаҡлыҡҡа өйрәтеп йөрөүҙе һайлаған. Афина кешеләренең күбеһе ябай гражданин — ярлы Сократ һөйләгәндәрҙе тыңлау хуп күргән. Тәбәнәк буйлы, йыуантыҡ кәүҙәле, ҙур пеләш башлы, өҫтөнә ямаулы кейем кейгән Сократ ҡиәфәте менән һис философҡа оҡшамаған. Башҡалар кеүек үк эшләп үҫкән, ғаилә башлығы булып, балалар үҫтергән, Афина өсөн һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Әммә тормоштағы ғәҙелһеҙлектәрҙе күреп, гел генә уларҙың сәбәбе тураһында уйланған. Бер ваҡыт яу походында ул ҡапыл «эске тауыш» ишеткән һәм туҡтап ҡалған! Оҙон төн буйы «тауыш» уны, ғәҙел һәм намыҫлы йәшәр өсөн нимәләрҙән ваз кисергә кәрәклеген өйрәткән. Ошонан һуң Сократ Афина баҙарын әйләнеп сыҡҡан һәм шундай һығымтаға килгән: «Донъяла мин унһыҙ ҙа йәшәй алырлыҡ әйбер бихисап икән!»

Сауҙа майҙанында һатыусылар, ҡала кешеләре менән әңгәмәләр ҡор ған. Кешеләрҙе изгелек һәм ғәҙеллек закондары буйынса йәшәргә өндәгән. Кеше үҙенең эске тауышын ишетә белергә тейеш, тигән. Уның тапҡыр уй-фекерҙәрен тыңлар өсөн һәр ваҡыт эргә¬һенә кеше йыйылған: «Мин йәшәр өсөн ашайым, ә күптәр ашар өсөн йәшәй, көнсөлдәр кеше ҡайғыһына шатлана» һ. 6. Уны Элладалағы аҡыл эйәһе тип йөрөткәндәр, әммә Сократ үҙе тураһында: «Мин үҙемдең бер нәмә лә белмәгәнемде генә беләм» («Я знаю то, что я ничего не знаю»), - тигән.

Сократтың фәлсәфи фекерҙәре уның шәкерттәре, замандаштары, шулай ук һуңыраҡ осорҙа йәшәгән кайһы бер ғалимдар тарафынан яҙып ҡалдырылған. Бер ваҡыт Афинаға килгән табип, Сократты күреп, ул «һөмһөҙ, асыулы һәм тотанаҡһыҙ кеше», тигән. Афина кешеләре теге та¬бипты тотоп туҡмарға теләгәс, Сократ уларҙы шундай һүҙҙәр менән туҡтатҡан: «Табип һеҙгә дөрөҫөн әйтте: мин ысындан да эстән ҡомһоҙлоғомдо, асыуым ҡабарғанын тоя инем, ләкин үҙ-үҙемде ҡулға алдым, үҙгәрҙем һәм әле мине нисек күрәһегеҙ, шулай булам...»

Был яҡтан ҡарағанда, бигерәк тә Платон, Ксенофонт әҫәрҙәрен алырға була. Сократ — үҙенең әңгәмәләштәренә йоғонто яһауҙа ҙур һәләткә эйә шәхес.

Философияла Сократ ысулдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡаларға үҙенең фекерҙәрен ул көсләп таҡмай, бәлки уларҙы үҙенсә аңлаған хәҡҡәткә бойһондора. Сократтың мәсләге объектив идеализм була. Уныңса, доньяла башлыса универсаль аҡыл хәрәкәт итә. Алла, уның аңлауы буынса (был төшөнсәне ул һирәк булһа ла ҡуллана), боронғо грек мифологияһындағы күп аллалыҡ «вәкиле» лә, шулай уҡ дин тәғлимәте яҫылығында аңлашыла торған монотеистик (бер аллалык мәғәнәһендәге) Алла ла түгел. A. Ф. Лосев фекеренсә (ә ул — боронғо гректарҙың фәлсәфи хеҙмәттәрен турынан-туры руссаға тәржемә итеүсе), дан алған демонсылыҡ (daimnonion) риүәйәттәренә лә киң ҡарай. Сократ кешенең тәнен һәм йәнен бер-береһенә ҡаршы ҡуя. Тойғолар, аффекттар — тән фиғеле, ә йән фиғеле ул — акыл. Сократ үҙенең фәлсәфәһендә яҡшылыҡ, гәҙеллек принциптарына ҙур иғтибар бирә. Уныңса, был киммәттәр үҙҙәрен белемдә, аҡыллылыҡта табалар. Сократтың фекеренсә, яҡшылыктың һәм яманлыктың ниҙән килеп сыҡҡанын белгән кеше тормош тәжрибәһендә насар эштәр эшләмәҫтер. Быны, әлбәттә, Сократтың бер ҡатлылығы менән аңлатырға кәрәктер. Хәйер, кешеләрҙең белемдәре менән ғәмәли эштәре араһындағы ҡаршылыҡ (быларҙыңң бер-береһенә тура килмәү осраҡлары) Сократҡа ла мәғлүм булған. Сократ идарә итеүҙәге барлыҡ (монархия, тиранлыҡ, аристократия, демократия кеүек) формаларҙы ла тәнҡитләй. Бының нигеҙе — ошо формаларҙың һәр береһенә хас булған ғәҙелһеҙлек. Сократ йәмғиәттәтә, ғөмүмән, дәүләт органы булыуына ҡаршы түгел. Ләкин ул ғәҙеллек принциптарында хәрәкәт итергә тейеш. һәм хакимлек итеү эше халыктың иң яҡшы, тәжрибәле, намыҫлы, ғәҙел кешеләренә йөкләнергә тейеш, тип фекер йөрөтә. Сократтың әхләки мәсьәләләр буйынса ҡайһы бер фекерҙәре бөгөнгө көн өсөн дә гибрәтле. Мәҫәлән, ул былай тигән: «Мин һеҙгә — олоға ла, кесегә лә — шул нәмәне әйтеп килдем: беренсе сиратта байлыҡ йәяки тәнегеҙ тураһында түгел, бәлки йәнегеҙ тураһында ҡайғыртығыҙ. Мин һеҙгә әйтә инем: кешенең даны аҡсанан тормай, нәҡ киреһенсә, дан үзе кешеләргә байлыҡты ла, шулай уҡ башҡа яҡшылыҡтарын да килтерә. Былу — кешеләрҙең шәхси тормошонда ла, уның ижтимағи эшендә лә шулай»[1].

Жак-Луи Давид. «Сократтың үлеме»

Сократҡа 70 йәш тулғанда Афина Спартаға ҡаршы оҙайлы һуғышта еңелә. Полис союздаш¬тарын юғалта, власть тирандар ҡулына күсә, халыҡты чума ҡыра. Күптәр, аллалар, үҙҙәренә ышанмай ҡарағанға, Афинаны ҡурсаламай һәм һаҡламай, тип уйлай башлай.

Сократтың ғөмөрө фажиғәле рәүештә өҙөлә. Уны аллаларҙы тәҡдир итмәүҙә, ниндәйҙер яңы аллалар тураһында вәсвәсә алып барыуҙа, шулай уҡ йәштәрҙе боҙоуҙа ғәйепләйҙәр [2]. Сократтың фекерҙәштәре уға төрмәнән касыу мөмкинлеген еткерәләр. Ләкин ул баш тарта, ғәҙелһеҙ язаланыуҙан ҡасмай. Атаҡлы рус философы B. C. Соловьев Сократтың яҙмышы тураһында былай тигән: «Сократтың үлеме ул — шәхси һәм тарихи кисаларҙан тыш булган фажиға. Дөрөҫлөк үлемгә хөкем ителә. Дөрөҫлөктө яҡлаусы, тәҡвә кеше үлтерелә. Ул дөрөҫлөктө яҡлағаны, ахырға хәтле үҙенең әхләки бурысын үтәргә ымтылыуҙары өсөн үлтерелә»[3]. Сократ антик философия тарихына тирән һәм мөстәкил фекер эйәһе, хәкиҡәткә ирешеүҙә эҙләнеүсе булып керә.[4].

Сократты аллаларға ҡаршы һөйләп, ошондай хәлгә булышлыҡ итеүҙә ғәйепләйҙәр һәм судҡа саҡыралар. Аҡыл эйәһе үҙен үҙе яҡ¬лай алырмын, тип уйлаһа ла, суд уға үлем ҡарары сығара. Ҡарар тормошҡа ашырылғанға тиклем философ 30 көн төр¬мәлә ултыра. Дуҫтары ҡасырға тәҡдим итһәләр ҙә, баш тарта. Ул һәр саҡ: «Дәүләттәге ғәҙелһеҙлеккә һәм күпселеккә ҡаршы сыҡҡан кеше иҫән ҡала алмай», — тигән. Б.э.т. 399 йылда суд билдәләгән теүәл ваҡытта Сократ ағыу ҡабул итә.

  • Гыйззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философияның нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек.  (тат.)
  1. Платон. Апология Сократа. Собр. соч.— T. 1.- M., 1968.— С. 84
  2. Диоген Лаэрт-ский. О жизни, учениях и изречениях знаменитых философов.— M., 1979.— С. 116
  3. Соловьев В. С. Соч.— M., 1988.— T. 2.- C. 625.
  4. Философская энциклопедия.— T. 5.- M., 1970