Банандар
Банандар | |
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Musaceae Juss., 1789[1][2][3][…] |
---|---|
Таксономия рангыһы | ғаилә[1][3][4][…] |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | Имбирецветные[d][1][5][6][…] |
Таксондың халыҡ атамаһы | Bananas, Banaanikasvit, Banaanen, Банани, Banaanachtigen, 芭蕉科[7], 芭蕉科[8][9][10][…] һәм bananovke |
Номенклатурный тип | Банан |
GRIN URL | npgsweb.ars-grin.gov/gri…[11] |
Банандар Викимилектә |
Банандар (лат. Musáceae) — Бер өлөшлөләр класына ҡараған үҫемлектәр ғәиләһе. Тыуған иле —Африка һәм Азияның тропик региондары.
Ғаилә вәкилдәре — эре үлән үҫемлектәр. Япраҡтарыеңсәле (влагалищные). Еңсәләре бер-береһенә ятып тора һәм ялған һабаҡ барлыҡҡа килтерә.Шуға был үҫемлектәр ағас кеүек күренә .
Сәскә формулаһы: [12]
Ырыуҙары
Энсета ырыуы( Ensete) тропик Африкала һәм Азияла үҫкән 7 төрҙән тора. Камерундан Эфиопияға тиклем һәм көньяҡтан Трансваалға тиклем абиссин бананы» киң таралған (лат. Е. вентрикозум, русса энсета вздутая). Мадагаскарҙа бары тик 1 төр генә бар — Энсета Перрье (Е. perrieri). Азияла ареалдары Төньяҡ-Көнсығыш Һиндостандан, Бирманан һәм Таиландтан көньяҡ Ҡытайға, Филиппинға, Яңы Гвинеяға һәм Яваға тиклем һуҙыла. Бында иң таралған төр — энсета сизая (Е. glaucum).
Банан ырыуы ( Musa) үҫемлектәре Тропик Көньяҡ Азияла, Малай архипелагы утрауҙарында, Яңы Гвинеяла, Төньяҡ-Көнсығыш Австралияла һәм Тымыҡ океан утрауҙарында таралған. 40-тан ашыу төрҙө берләштерә. Барыһынан да көнбайышта иң алыҫҡа: Яңы Гвинеяла, Таитила, Яңы Каледонияла һәм Фиджила таралғаны — Маклай бананы. Унан был төр Гавай утрауҙарына барып сыҡҡандыр тип фараз итәләр.
Банандың көньяҡ сиге Квинслендта көньяҡ киңлектең 16° -ан үтә. Банан төрҙәренең иң күбеһе һәм уның культуралы формаларының барлыҡҡа килеү үҙәге булып Һиндостан, Һинд -Ҡытай ярымутрауы (унда банандың 20-гә яҡын төрө үҫә) һәм Малай архипелагы утрауҙары (унда төрҙәр һаны әҙерәк булһа ла) тора. Банандың ҡайһы бер төрҙәре тропиктарҙан тыш йылы субтропик райондарға тиклем таралған.
Һиндостанда, Ассамда һәм Көньяҡ-Көнбайыш Ҡытайҙа банан төньяҡ киңлектең 27°-на тиклем осрай. Рюкю утрауҙарындағы япон бананы ла шундай уҡ киңлеккә тиклем барып етә.
Иҫкәрмә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Angiosperm Phylogeny Group An update of the Angiosperm Phylogeny Group classification for the orders and families of flowering plants: APG III (ингл.) // Botanical Journal of the Linnean Society / M. F. Fay — Wiley-Blackwell, Linnean Society of London, OUP, 2009. — Vol. 161, Iss. 2. — P. 105–121. — ISSN 0024-4074; 1095-8339 — doi:10.1111/J.1095-8339.2009.00996.X
- ↑ Appendix IIB: Conserved and rejected names of families of bryophytes and spermatophytes // International Code of Nomenclature for algae, fungi, and plants (Shenzhen Code) / под ред. N. J. Turland, J. H. Wiersema, F. Barrie, В. Гройтер, Д. Л. Хоксуорт, P. S. Herendeen, С. Кнапп, W. Kusber, Л. Дэчжу, K. Marhold һәм башҡалар — 2018. — ISBN 978-3-946583-16-5
- ↑ 3,0 3,1 Reveal System of Classification — 1997.
- ↑ Takhtajan A. Flowering Plants (ингл.) — 2 — SPb: Komarov Botanical Institute, 2009. — ISBN 978-1-4020-9608-2 — doi:10.1007/978-1-4020-9609-9
- ↑ Cronquist A. An Integrated System of Classification of Flowering Plants (ингл.) — 1981.
- ↑ Angiosperm Phylogeny Group An ordinal classification for the families of flowering plants (ингл.) // Annals of the Missouri Botanical Garden — Missouri Botanical Garden, 1998. — Vol. 85, Iss. 4. — P. 531–553. — ISSN 0026-6493; 2162-4372; 0893-3243; 2326-487X — doi:10.2307/2992015
- ↑ https://www.iplant.cn/frps/vol/16(2) / под ред. T. Wu — 1981. — Т. 16(2). — Б. 1.
- ↑ 林秦文, 肖翠, 马金双 中国外来植物数据集, A dataset on catalogue of alien plants in China (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 1993. — Т. 30, вып. 5. — Б. 22127. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022127
- ↑ 刘冰 (Bing Liu), 叶建飞 (Jianfei Ye), 刘夙 (Su Liu), 汪远 (Yuan Wang), 杨永 (Yong Yang), 赖阳均 (Yangjun Lai), 曾刚 (Gang Zeng), 林秦文 (Qinwen Lin) Families and genera of Chinese angiosperms: a synoptic classification based on APG III, 中国被子植物科属概览: 依据APG III系统 (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2015. — Т. 23, вып. 2. — Б. 225–231. — 7 с. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2015052
- ↑ 刘培亮, 卢元, 杜诚, 吴振海, 寻路路, 黎斌, 岳明 陕西省维管植物名录(2021版) (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22061. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022061
- ↑ Таксономия растений GRIN (ингл.)
- ↑ Андреева И.И., Родман Л.С. Ботаника. — 3-е, перераб. и доп.. — М: Колос, 2005. — С. 475. — 528 с. — ISBN 5-9532-0114-1.
Әҙәбиәт
- Морщихина С. С. Семейство банановые (Musaceae) // Жизнь растений: в 6 тт. Т. 6. Цветковые растения / под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1982. — С. 381—385.